Кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмө республиканың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған "Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы" I регион-ара конкурсында ҡатнашып еңеүгә өлгәште. "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһы ҡалалар буйынса 10 иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исемлегенә инде.
- Беренсе тапҡыр үткәрелгән был конкурста республикабыҙҙан, Силәбе һәм Һамар өлкәһенән барлығы 55 учреждение ҡатнашты. Был мәртәбәле еңеүебеҙҙе балаларҙы башҡорт телендә тәрбиәләүгә барлыҡ көсөбөҙҙө һалған эшебеҙҙең һөҙөмтәһе тип ҡабул итәбеҙ, - тип ихлас уртаҡлашты балалар баҡсаһының мөдире Рузилә Мөслимова. - Еңеүселәргә республиканың мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары, балалар өсөн башҡорт телендәге планшеттар һәм смартфондар, "Башҡортостан" карта-пазлы тапшырылды. Абсолют еңеүселәр оргтехника һатып алыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар менән дә бүләкләнде.
Регион-ара йомғаҡтар буйынса 20 – ауыл, 10 ҡала учреждениеһы еңеү яулаған. Иң күп балл йыйған абсолют еңеүселәр булып Өфө ҡалаһы ҡала округының 308-се "Башҡорт балалар баҡсаһы" муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы табылған.