Көҙән мәктәбе яны интернат тәрбиәләнеүселәре лә Халыҡ-ара Сәләмәтлек көнө уңайынан ойошторолған сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.
Төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған аҙналыҡтан бер бала ла ситтә ҡалманы: һәр кем күңеленә хуш килгән эштә үҙен күрһәтте. Берәүҙәр гәзит сығарһа, икенселәр һүрәттәр күргәҙмәһен ойошторҙо, башланғыс класс уҡыусылары тема буйынса мәҡәлдәр һәм шиғырҙар өйрәнде.
Сәләмәтлек көнө спортһыҙ, уйынһыҙ үтәме ни инде? Кескәйҙәр өсөн ойошторолған "Хәрәкәттә бәрәкәт" спорт уйындары бәйгеһе барыһының да күңеленә хуш килде. Бәләкәстәр таҫыллыҡта көс һынашһа, оло класс тәрбиәләнеүселәре ойоштороу эшен ҙур оҫталыҡ менән атҡарып сыкты.
"Сәләмәтлек - оҙон ғүмер нигеҙе" тәрбиәүи сәғәтендә балалар сәләмәт тормош алып барыу тураһында халыҡ әйтемдәрен, һынамыштарын яҡшы белеүҙәрен күрһәтте.
Аҙналыҡ әле дауам итә, алдағы көндәрҙә, планға ярашлы, насар ғәҙәттәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында документаль фильм ҡарау һәм түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә үткәреү ҡаралған.