Бер көндө юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр тураһында әңгәмә уҙһа, башҡа көндә кинәнеп караоке йырлап күңелле ваҡыт уҙғарҙылар. Ә балаларға иң оҡшағаны "Фән илендә" квест уйыны булды. Балалар карта буйынса хәҙерге заман йәнһүрәттәре геройҙары - ҡурсаҡ Лол, Өкө өләсәй, Кетбой һәм башҡа геройҙар "штаб"тарына барып, төрлө математика мәсьәләләре систеләр, тарихҡа, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡағылышлы һорауҙарға тулы яуаптар биреп, уйындың шартын үтәнеләр. Был уйын балаларҙың аң - белемен үҫтереүгә, командала бер - береңде тыңлап, берҙәм эшләүгә булышлыҡ итә. Бына шулай күңелле һәм һәм файҙалы итеп балалар каникулдарын уҙғарҙылар.