Бөгөн бик ғәжәйеп көн! Ниндәй тиһегеҙме? Балалар китабы көнө!
Китап аша малайҙар һәм ҡыҙҙар мауыҡтырғыс донъя менән танышалар. Тап ошо көндө яратҡан апалары Рәзилә Әсҡәт ҡыҙы менән Әхмәр мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары китапханаға килде. Улар китапхана менән танышҡас, үҙҙәренә оҡшаған китаптар һайлап алдылар. Һуңынан йомаҡтар систек, "Йомро икмәк" әкиәтен сәхнәләштерҙек.
Шаяндар, шуҡтар, шул уҡ ваҡытта бик аҡыллылар уҡыусылар. Матур итеп уҡырға, оҫта итеп һөйләргә өйрәнгәндәр улар.
Рәзилә Әсҡәт ҡыҙы, Беренселәр!
Ҙур уңыштар һеҙгә уҡытыуығыҙҙа, уҡыуығыҙҙа!
Китапхананың иң яҡын дуҫтарына әйләнерһегеҙ тип ышанам.