Мәғариф
26 Март 2021, 12:05

Уңыш дәртлеләрҙе ярата

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының еңеүселәре иғлан ителде. Мәртәбәле тантанала Ишембай уҡытыусыһы исеме лә яңғыраны!

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының еңеүселәре иғлан ителде. Мәртәбәле тантанала Ишембай уҡытыусыһы исеме лә яңғыраны!
31-се «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсын һәм 26-сы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсын ябыу тантанаһы шишәмбе көн Өфөлә «Торатау» конгресс-холында уҙҙы. Шулай итеп, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияинтернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева яуланы. Еңеүсе БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм Почет грамотаһы, 30 мең һум күләмендәге аҡсалата премия, шулай уҡ телевизор менән бүләкләнде.
«Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында Өфө районы Михайловка ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Харисова иң яҡшыһы тип танылды. «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурсында Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһында физика фәнен уҡытҡан Петр Белобородов еңде.
Башланғыс класс уҡытыусылары араһында Благовещен ҡалаһының 3-сө мәктәбенән Зинера Ибәтуллина «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» исемен алды.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында абсолют еңеүсе исемен Өфө районы Дорогин ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Сәфетдинова яуланы.
Ғүмәр ауылы егете Зөфәр Ғәлләмовты, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыған осоронан алып, күптәр “Берғамыт” муниципаль халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булараҡ белә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡаланың 16-сы мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәренән уҡыта башлауы ҡыуаныслы күренеш булды – йәштәребеҙ бәхетте ситтә эҙләмәй.
Һөнәрендә тәүге баҫҡыстарҙы яулаған Зөфәр Рәжәп улының “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының республика этабына сығыуы үҙе үк ҙур һөҙөмтә. Конкурс еңеүселәрен асыҡлау тантанаһында күп йыллыҡ тәжрибәгә, һөнәри оҫталыҡҡа эйә педагогтар араһында йәштәрҙе айырым билдәләү йолаһы яҡташыбыҙ кеүек тәүге һынау үтеүселәрҙә ҙур өмөттәр уята. Шулай итеп, Зөфәр Ғәлләмов - “Йәш йыл уҡытыусыһы” номинацияһы лауреаты.
- Конкурстың үҙенсәлеге бигерәк тә йәш уҡытыусылар араһында конкуренцияның ҙур булыуында сағылды. Талантлы, йәш уҡытыусылар күп ине. Ләкин конкурс тап шуныһы менән дә үҙенә ылыҡтыра ла инде. Ҡатмарлы һынауҙарҙы уңышлы үтеп, маҡтаулы урын алыу, әлбиттә, үҙеңә ышанысты арттыра. Республика этабында сығыш яһағанда башҡаларҙың эшен күреү, үҙеңдең тәжрибәң менән уртаҡлашыу, үҙ-ара бәйләнештә эшләү уҡытыусы эшендә ҙур этәргес, дәрт бирә. Бөтә этаптарҙы үтеп, финалға тиклем еткәндә бөтөнләй башҡа әҙерлек кимәленә күтәрелеүеңде тояһың. Был шәхси еңеүем түгел, ә минең менән эшләгән 16-сы мәктәп командаһы еңеүе тип әйтә алам. Сөнки көн-төнө улар менән бергәләп оҫталыҡ дәрестәре, башҡа саралар өсөн яңы технологиялар уйланыҡ, бергәләп әҙерләндек. Шуға ла был мәктәбемдең, һәм бигерәк тә миңә ярҙам иткән, миңә ышанған команданың дөйөм уңышы тип баһалау дөрөҫ, - ти Зөфәр Рәжәп улы.
Читайте нас