Бөгөн, 24 март, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары өсөн мөһим ваҡиға булды. Мәктәбебеҙҙең иң ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы һәм әүҙем егет-ҡыҙҙарҙына Торатау итәгендә урынлашҡан ҡунаҡ ҡабул итеү үҙәгендә, "Торатау" геопаркы проекттары менән танышыу һәм белем биреү маҡсаты менән экскурсия үткәрелде.
Яңы ғына төҙөлгән ҡунаҡ ҡабул итеү үҙәгендә геопарктың территорияһы, тәбиғәт ҡомартҡылары, туристик маршруттар, ҡунаҡханалар тураһында һәм башҡа мәғлүмәт алып буласаҡ.