Бөгөн Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге Түбәнге Әрмет урта дөйөм белем мәктәбендә муниципаль районда балалар туҡланыуын ойоштороу буйынса семинар-практикум үтте. Унда ошо тарафтағы ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, өлкән ашнаҡсылар ҡатнашты.
Унда быйыл 1 ғинуарҙан балалар туҡланыуын ойоштороу буйынса индерелгән яңы санитар ҡағиҙәләр тураһында һүҙ барҙы. Мәғариф идаралығының туҡланыу буйынса белгесе Римма Кинйәбаева семинарға йыйылыусыларҙы яңы үҙгәрештәр, талаптар менән таныштырҙы. Семинарҙың икенсе өлөшөндә ашхананың аҙыҡ болгының эшмәкәрлеген ҡаранылар. Бында санитар ҡағиҙәләрҙә яҙылған барлыҡ шарттар үтәлеүе билдәләнде.
Түбәнге Әрмет мәктәбендә әлеге көндә ике тәжрибәле ашнаҡсы хеҙмәт итә. Уларҙың береһе Рәшиҙә Зәйнетдиноваға әлеге осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.