Мәғариф
20 Март 2021, 08:12

Ҡанаҡайҙар ҡышты оҙатты

Йылдағыса, ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алыу байрамы беҙҙең Ҡанакай балалар баҡсаһын да урап үтмәне.

Йылдағыса, ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алыу байрамы беҙҙең Ҡанакай балалар баҡсаһын да урап үтмәне.
Науруз байрамы март айында көн менән төн тиңкләшкәндә башлана. Был йола 7 көн дауамында үткәрелгән, тәбиғәт көстәрена, йыл миҙгелдәренә табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған.
Көн торошон юрап йырҙар йырлап, йомаҡтар сисеү бәйгеһендә Науруҙбикә итеп Даминева Самира билдәләнде.
Майҙансыҡта балалар менән төрлө уйындар уйналды: арҡан тартыш, тоҡ кейеп йүгереү, көрәш, „атта" сабып ҡыҙҙы ҡыуып тотоу, атҡа ултыртыу, „ылаҡ" уйындары.
„Ылаҡ" ул боронғо милли уйын, һыбайлылар сабып килеп, ерҙә ятҡан һарыҡ түшкәһен эләктереп ала. Ҡалғандары уны алмаҡсы була. Китә тартыш, китә айҡашыу, китә алыш...
Аҙаҡ ҡышты оҙатып ҡарасҡыға теләктәр теләп, суҡтар тағып яндырғанды күҙәттелэр.
Сара аҙағында балалар тәмле ҡоймаҡтар менән сәй эстеләр. Баҡса коллективы әҙерләп уҙғарған күңелле йола байрамы балаларға бик оҡшаны.
Читайте нас