Мәғариф
15 Март 2021, 11:23

Балалар хәүефһеҙ мөхиттә ял итһен

Быйыл балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһы нисек үтер? Пандемия шарттарында ҡала ситендәге, мәктәп эргәһендәге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерме? Лагерҙарға юлламалар хаҡы нисек булыр? Ишембай районы муниципаль районының мәғариф идаралығы баш инспекторы Елена Шерсткина менән әңгәмәлә ата-әсәләрҙе борсоған ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.

Быйыл балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһы нисек үтер? Пандемия шарттарында ҡала ситендәге, мәктәп эргәһендәге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерме? Лагерҙарға юлламалар хаҡы нисек булыр? Ишембай районы муниципаль районының мәғариф идаралығы баш инспекторы Елена Шерсткина менән әңгәмәлә ата-әсәләрҙе борсоған ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.
- Елена Анатольевна, йәйге лагерҙарҙа әҙерлек эштәре нисегерәк бара?
- Пандемия мөһим социаль йүнәлештәр эшендә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы, шул иҫәптән ҡала ситендәге балалар лагерҙары өсөн дә. Хатта тәжрибәле ата-әсәләр өсөн дә үткән йәй еңелдән булманы. Шуға ла барыһын да тынысландырғым килә – быйыл йәйге һауыҡтырыу кампанияһын ғәҙәти режимда уҙғарыу планлаштырылған, ул 1 июндән башланасаҡ.
Районда “Йәйғор” һәм “Йондоҙсоҡ” лагерҙары йәйге миҙгелгә әҙерлекте башланы ла инде. Уларҙың матди-техник базаһы нығытыла, штатты комплектлау буйынса эш алып барыла, янғынға ҡаршы һәм санитар-эпидемиологик талаптар буйынса саралар күрелә. Шуны билдәләр инем, республика реестрына ингән ҡала яны лагерҙары ғына йәйен үҙ эшен ойоштора аласаҡ. Мәктәп эргәһендәге лагерҙарға килгәндә, уларҙың да 1 июндән эш башлауы өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Ыңғай санитар-эпидемиологик хәл торғанда, ялдың был төрө менән ҡала һәм райондан 2800-ҙән ашыу уҡыусыны йәлеп итеү ниәтләнә.
Ишембай районында йәйге һауыҡтырыу кампанияһына республика ҡаҙнаһынан15 миллион һум тирәһе, район ҡаҙнаһынан 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.
- Балалар һауыҡтырыу учреждениеларына юлламалар хәстәрләй башларға кәрәкме?
- Эйе, ғариза ҡабул итеү башланды. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, быйыл ул дистанцион форматта үтә. Ата-әсәләр документтарҙы электрон формала “Башҡортостан Республикаһы ның балалар һәм үҫмерҙәр берҙәм иҫәп системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһына йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” төбәк порталында бирә ала.
Балалар ялын һәм һауыҡтырыуҙы шәхси финанслау системаһы республикала 2019 йылдан эшләп килә, быйылғы йылдан ул мотлаҡ сараға әүерелде. Теркәлеү үтеп, ата-әсәләр балаларҙың ялы һәм һауыҡтырыуы өсөн исемле электрон сертификат ала, ул Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балаға йылына бер тапҡыр бирелә. Был документ хеҙмәтте өлөшләтә түләү рәүешендә бюджет аҡсаһы иҫәбенә күрһәтелгән баланың ялын ойоштороуға ата-әсәнең ярҙамға хоҡуғын раҫлай. Ул республиканың санатор-һауыҡтырыу һәм ҡала ситендәге лагерҙарына, көндөҙгө үҙәктәргә юллама алыу өсөн бирелә.
rest.edu-rb.ru сайтында ғаризаларҙы ҡабул итеү ғинуарҙа уҡ башланды. Унда ата-әсәләр ҙә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял итеүен теләгән предприятиелар етәкселеге лә үҙ аллы теркәлә ала. Ә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ата-әсәләр ғаризаны май айында ғына бирә аласаҡ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, өлөшләтә түләүгә сертификат, республика биләмәһендәге теләһә ҡайһы балалар һауыҡтырыу лагерын һайларға хоҡуҡ бирә. Шуға ла ғаризаны ваҡытында бирергә онотмағыҙ, аҙаҡ ялға юлламаларҙың етмәүе лә ихтимал. Уны Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарында йәшәүселәр алып бөтөүе
мөмкин.
- Юлламаның хаҡы тураһында ла аңлатып үтһәгеҙ ине?
- Быйыл төбәктә йәйге ялды финанслау Балаларҙы һауыҡтырыу һәм ялын тәьмин итеү буйынса ведомство-ара республика комиссияһының ултырышы протоколы нигеҙендә алып барыла. Шуға һауыҡтырыу лагерҙарына юллама өсөн ата-әсә иғәнәһенең хаҡы ныҡлы үҙгәрҙе. Әгәр элекке йылдарҙа бюджетта эшләүселәр өсөн ул 10 процент, бюджетта түгелдәгеләргә 50 процент булһа, хәҙер бөтә ата-әсәләр өсөн дә ул тигеҙ - 30 процент тәшкил итә. Ҡалған 70 процентты дәүләт йәки ғариза яҙыусының эш биреүсеһе түләй. Ата-әсәләр шуны ла хәтерҙә тоторға тейеш – дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән юллама хаҡы ғына кире ҡайтарыласаҡ. Быйыл ул 18 950 һум 40 тин тәшкил итә. Шулай булғас, 13 мең 265 һумы ғына кире ҡайтарыла, ҡалған сумма ата-әсә иңенә ята. Мәҫәлән, “Йондоҙсоҡ”ҡа юллама хаҡы 28 600 һум икән, 13 мең 265 һумын дәүләт ҡаплай. Ата-әсә иғәнәһе 15 мең 335 һум тәшкил итәсәк.
Бушлай йәйге ял менән быйыл 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге льготалы категорияларға ҡараған балалар файҙалана ала. Улар – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар, социаль яҡлауға мохтажлыҡ буйынса иҫәптә торған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикле булған балалар. Уларҙың ялын ойоштороу өсөн республика бюджетынан 3 миллион һумдан ашыу, муниципаль бюджеттан 500 мең һумдан күберәк аҡса бүленәсәк.
- Сирҙән һаҡланыу саралары ла иғтибар үҙәгендәлер?
- Роспотребнадзор 2022 йылға тиклем балалар ялын ойоштороу буйынса сикләүҙәрҙе оҙайтты. Коронавирус таралыуы хәүефе арҡаһында хеҙмәткәрҙәр һәм балалар мотлаҡ үтәй торған ҡағиҙәләр, талаптар бар. Ведомство талаптарында түбәндәгеләр билдәләнә: балалар ялы учреждениелары КОВИД-19 арҡаһында сикләүҙәр алыныуҙың өсөнсө этабынан да алдараҡ эшләй башлай алмай. Лагерь асылыр алдынан ентекле дезинфекция уҙғарыла. Биналарҙы йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу, һауа таҙартыу, антисептик менән дозаторҙар, бер тапҡыр ҡулланыла торған стакандар менән һыу кулерҙары ҡуйыу буйынса кәңәштәр бирелде. Урындағы яуаплы кешеләр тарафынан ауырыуҙарҙы, КОВИД-19-ға шик булғандарҙы медицина ойошмаларына эвакуациялау сараларының үҙенсәлектәре, маршрут тәртибе билдәләнә, һәр лагерға медицина ойошмаһы беркетелә. Балалар үҙҙәре йәшәгән төбәктә урынлашҡан ял ойошмаһына йүнәлтелә ала. Роспотребнадзорҙа билдәләүҙәренсә, федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙа йәшәүсе балаларҙың ялын ойоштороу сиктәш төбәктә алып барыла. 21 көнлөк смена дауамында ата-әсәләр һәм опекундар лагерға килә алмай, атаәсәләр көндәре ойошторолмай. Балалар ҡабул итеү көнөндә киләләр һәм смена дауамында өйгә ҡайта, лагерҙы ваҡытлыса ҡалдырып китә алмай. Заезд башланыр алдынан уларҙан коронавирус менән ауырыусылар менән бәйләнеш булмауы тураһында белешмә һораясаҡтар. Һәр отрядҡа айырым урын билдәләнә. Балалар лагерында төркөмдәрҙең һәм отрядтарҙың тулылығы “проект ҡеүәте”нән 50 проценттан да артмаҫҡа тейеш, был социаль дистанцияны тәьмин итеү маҡсатында эшләнә.
Смена эше барышында хеҙмәткәрҙәргә лагерҙан ситкә сығырға ярамаясаҡ. Бынан тыш уларға битлек һәм перчаткаларҙа йөрөү мөһим, ә балаларға бындай талап юҡ. Өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да көн һайын иртәле-кисле тән температураһын үлсәйәсәктәр, һаулыҡ тураһында мәғлүмәттәр журналға индерелә бара. Әгәр балала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре күренһә, уға ашығыс ярҙам бригадаһы саҡырыла. Вожатый һәм башҡа персоналдарға коронавирусҡа иммунофермент анализы һөҙөмтәһе буйынса ғына эшкә рөхсәт бирелә. Ул смена башланғансыға тиклем 72 сәғәттән дә алда эшләнергә тейеш түгел. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә лагерға бер ваҡытта инә.
Быйылғы ялда лагерҙа отрядтар араһында аралашыу һиҙелерлек сикләнәсәк. Туҡланыу ҙа төрлө ваҡытҡа ҡаралған. Түңәрәктәргә һәм секцияларға һәр отряд айырым йөрөйәсәк. Лагерҙағы саралар мөмкин тиклем күберәк асыҡ һауала үткәрелергә тейеш. Күләмле саралар ойошторолмай.
Балаларҙың лагерҙағы ялы кеүек тәү ҡарашҡа ябай күренешкә күп шарттар, талаптар өҫтәлде. Ләкин һәр беребеҙ аңлап тора - был балаларҙың хәүефһеҙ ялы өсөн эшләнә.
Читайте нас