Ишембайҙың 13-сө "Аҡ ҡайын" балалар баҡсаһында ҙур сара - "Ҡышты оҙатыу - яҙҙы ҡаршылау" байрамы үтте.
Әкиәт геройҙары ҡатнашлығында уҙғарылған саранан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманылар. Балалар менән бергә төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнаштылар. Балалар арҡан тартышып, йырҙар йырлап, бейеп күңел асты. Ә ниндәй байрам бүләкһеҙ була инде? Берәү ҙә өлөшһөҙ ҡалманы.