Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Март 2021, 23:33

Гимназия яңылыҡтары

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлап интернатыбыҙҙа "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" бәйгеһе үткәрелде.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлап интернатыбыҙҙа "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" бәйгеһе үткәрелде.
Ҡыҙ кеше - илаһи зат, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә ул. Юҡҡа ғына ла яҙ башы - март айында ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләмәйҙәрҙер.
Конкурсыбыҙҙа береһенән береһе матур ҡыҙҙарыбыҙ көс һынашты: үҙҙәрен бөтә яҡтан - уңғанлыҡта, зирәклектә, тапҡырлыҡта күрһәтергә тейештәр ине. Бәйгелә 5-8 төркөмдән 5–шәр ҡыҙ ҡатнашты. "Йәйғор" һәм "Ҡыҙҙар" командаһы араһында бик ҡыҙыу ярыш уҙҙы. "Йәйғор" командаһы ҡыҙҙары еңеү яуланы.
Читайте нас: