Ҡалабыҙҙың Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемен йөрөтә. Бөгөн уҡыу йортонда Чечен һуғышында һәләк булған Өфө егете, гвардия майоры Александр Достоваловтың һәм легендар 6-сы ротаның яҡты иҫтәлегенә арналған митинг үтте.
Унда Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, күрше ҡала һәм райондарҙан хәрби комиссарҙар, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды.
2000 йылдың 1 мартындағы ваҡиғалар илебеҙҙең хәрби тарихында уңалмаҫ яра булып ҡаласаҡ. Чечен Республикаһының Шатой районында Аргун уйһыулығында Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы дивизияһы составындағы 104-се парашют-десант полкының 6-сы ротаһы һалдаттары чечен боевиктары менән тиңһеҙ һуғышта ҡырыла. Былтыр был ваҡиғаның 20 йыллығына ҡарата Башҡорт кадет корпусында Александр Доставаловҡа бюст асылғайны. Бөгөнгө тантаналы митингта һәйкәлгә сәскәләр һалып, кадеттар, абруйлы ҡунаҡтар бер минутҡа тын ҡалды.
Алдынғы уҡытыусыларға Маҡтау грамоталары, өлгөлө кадет билдәләре тапшырыу мәле лә тулҡынландырғыс шартта үтте.
Тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.