Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2021, 18:36

Ауыл хәбәрҙәре

Айына бер тапҡыр Көҙән мәктәбенең һәр класында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә арналған саралар үткәрелеп тора.

Айына бер тапҡыр Көҙән мәктәбенең һәр класында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә арналған саралар үткәрелеп тора.
Класс сәғәттәрендә уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, юл хәрәкәте фажиғәләрен иҫкәртеү сараларын өйрәнәләр һәм үҙ ҡулдары менән иҫкәртмәләр эшләп кескәйҙәргә тараталар.
26 февралдә 5-селәр менән мәктәп тирәһендә һәм үҙәк урамда урынлашҡан юл тамғаларын тәжрибәлә өйрәндек. Мәктәп юлында урынлашҡан юл билдәләрен водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә берҙәй яҡшы белергә һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы тигән фекер менән килешеп таралыштыҡ.
Читайте нас: