Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль 2021, 13:00

БӘЛӘКӘСТӘР ӨЙ ТУЙЛАНЫ

Ошо көндәрҙә капиталь ремонттан һуң ҡаланың Иҫке Ишембай микрорайонында урынлашҡан 4-се төп дөйөм белем биреү учреждениеһының мәктәпкәсә төркөмө асылды. Мәктәпкәсә төркөм бында 1993 йылдан эшләп килһә лә, төплө ремонт баҡса тормошона яңы һулыш индерҙе, яңы мөмкинлектәр булдырҙы.

Ошо көндәрҙә капиталь ремонттан һуң ҡаланың Иҫке Ишембай микрорайонында урынлашҡан 4-се төп дөйөм белем биреү учреждениеһының мәктәпкәсә төркөмө асылды. Мәктәпкәсә төркөм бында 1993 йылдан эшләп килһә лә, төплө ремонт баҡса тормошона яңы һулыш индерҙе, яңы мөмкинлектәр булдырҙы.
Былтыр июль айынан башлап ярты йыл самаһы ваҡытта тотош бинала капиталь ремонт уҙғарылған. Мәктәп былтыр декабрь урталарында эш башлаһа, хәҙер балалар баҡсаһы ла үҙенең тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итергә әҙер. Бинаны капиталь ремонтлау өсөн барлығы 20 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, уның 19 миллион һумға яҡыны республика бюджетынан, 1 миллион һум тирәһе- муниципаль бюджеттан.
Мәктәпкәсә төркөм урынлашҡан бүлмәләр заманса биҙәлгән, яҡты, йылы. Тәҙрә-ишектәр, иҙәндәр, йылытыу һәм канализация системаһы алмаштырылған.
Мәктәпкәсә төркөмгә 18 бала йөрөй, улар менән тәжрибәле тәрбиәселәре Альбина Латыпова һәм Зәлиә Сирбаева шөғөлләнә.
- Мәктәпкәсә төркөмдөң ҡабат асылыуына бик шатбыҙ. Атаәсәләр ҙә, балалар ҙа был көндө көтөп алды. Хәҙер бәләкәстәребеҙ яңыртылған, күркәм бинаға йөрөйәсәк, - тине мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Светлана Железнова.
Баҡсаны асыу тантанаһында балалар ата-әсәйҙәрҙе матур сығыштары менән һөйөндөрҙө, клоундар кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡлы уйындарға йәлеп итте. Зәлиә Ишембаева байрам сараһына ейәне Егор менән килгәйне.
- Хәҙер инде дүртенсе ейәнем ошо балалар баҡсаһына йөрөй. Бина ремонттан һуң матурланған, яҡтыраҡ булып киткән, - тип шатлыҡлы кисерештәре менән бүлеште өләсәй кеше.
Мәктәпкәсә төркөм асылыу тантанаһында район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан әйҙәүсе инспектор Фаягөл Ғибаҙуллина бәлкәстәрҙе өй туйлау сараһы менән ҡотлап, бар коллективҡа, атай-әсәйҙәргә изге теләктәрен еткерҙе:
- Балалар баҡсаһына йөрөү – бала өсөн үҙенә күрә хеҙмәт. Сөнки бында улар тырышып белем ала, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнә. Сәләмәт,татыу, берҙәм булығыҙ, тәрбиәселәрегеҙ менән хеҙмәттәшлек итегеҙ, - тине ул.
Автор фотолары.
Читайте нас: