Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡала һәм райондың бер төркөм өлкән класс уҡыусылары өсөн А. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусына экскурсия үткәрелде. Был тәрбиәүи сараны Ишембай районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын -ҡыҙҙар советы ағзалары район советы депутаттары менән берлектә ойошторҙо.
Буласаҡ һалдаттар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихты яҡтыртҡан музей экспонаттар, кадет корпусы тарихына бәйле бай мәғлүмәт менән танышты. Егеттәр өсөн иң оҡшағаны, әлбиттә, мылтыҡ һүтеп-йыйыу, тирҙа атыу, парашютты йыйыу булғандыр. Барыһы ла үҙҙәренсә һынау ҙа үтте.
Тулы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында урын аласаҡ.