Һайран мәктәбендә "Янғын ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу" тигән класс сәғәте үтте.
Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәтенең дәүләт ҡаҙна идаралығы Һайран янғын бүлегенән етәксе ярҙамсыһы Яҡупов Артём Рөстәм улы мәктәпкә килеп уҡыусыларға был мөһим һөнәр менән яҡындан таныштырҙы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ икәнен аңлатты.
Артабан уҡыусыларға янғын һүндереүселәрҙең махсус техник ҡоролмаларын күрһәтте. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре кейем-һалым, ҡоролмаларҙың нескәлектәре менән таныштырып, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.