Мәғариф
12 Февраля 2021, 11:35

Ишембай һеҙгә ҙур өмөт бағлай

Уҙған аҙна 200-гә яҡын юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары район хакимиәте йыл да ойоштороп килгән йөкмәткеле осрашыуға - «Алға, Ишембай!» форсайтсессияһына йыйылды. Балалар ижады һарайында үткән сарала ситтә һәм үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар район хакимиәте, төрлө предприятиелар һәм ойошмалар вәкилдәренә – потенциаль эш биреүселәргә үҙҙәренең һорауҙарын бирә, тыуған яҡҡа ҡайтып эш башлау мөмкинлектәрен аныҡлай алды.

Уҙған аҙна 200-гә яҡын юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары район хакимиәте йыл да ойоштороп килгән йөкмәткеле осрашыуға - «Алға, Ишембай!» форсайтсессияһына йыйылды. Балалар ижады һарайында үткән сарала ситтә һәм үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар район хакимиәте, төрлө предприятиелар һәм ойошмалар вәкилдәренә – потенциаль эш биреүселәргә үҙҙәренең һорауҙарын бирә, тыуған яҡҡа ҡайтып эш башлау мөмкинлектәрен аныҡлай алды.
Осрашыуҙың заманса, йәнле форматы йәштәрҙе тәүге минуттарҙан уҡ дөйөм фекер алышыуға йәлеп итте. Студенттар туғыҙ командаға бүленеп, мәғариф, экология, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, эшҡыуарлыҡ, спорт, туризм, ауыл һәм ҡала биләмәләрен төҙөкләндереүгә һәм үҫешенә ҡағылған һорауҙарға яуаптар табырға, тыуып үҫкән ерҙәренең киләсәген бергәләп проектларға тырышты.
Эксперт комиссияһы составында муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, хакимиәттең сауҙа һәм ауыл хужалығы, сәнәғәт һорауҙары буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Дегтярев “Ишембай трикотаж” йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Лысенко, ”Витязь” Машина эшләүселәр компанияһы” предприятиеһының персонал менән идара итеү начальнигы Николай Зубарев булды.
- Был сарала әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт. Әле еңел булмаған ваҡыт, бер йылға яҡын осрашҡан юҡ. Сер түгел, район һәм республика төрлө өлкәлә белемле йәш кадрҙарға мохтаж. Ә беҙҙең йәштәр ҡыйыулығы һәм тырышлыҡтары менән айырылып тора. Сараның төп маҡсаты – һеҙҙе Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе аңлауға, бергәләп хәл итеүгә ылыҡтырыу. Барыбыҙҙың да уңайлы шарттарҙа йәшәгеһе килә. Ысынлап та, йәш быуын үҙенә генә хас идеялары, заманса ҡарашы менән райондың сәскә атыуына ҙур өлөш индерә ала. Бөгөн дә һеҙҙән уйфекерҙәрегеҙҙе ҡабул итергә, бергәләп эшләргә әҙербеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Азамат Фәрит улы.
БДУ студенты, Ҡанаҡай ҡыҙы Гөлмира Баймөхәмәтова сара тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Мин юриспруденция факультетында белем алам. Бөгөнгө форсайт-сессияның файҙаһы ҙур тип уйлайым. Әгәр ҙә беҙ, йәштәр, районыбыҙҙы үҫтереүгә аҙ ғына булһа ла өлөш индерәбеҙ һәм проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә алабыҙ икән, был бик ҡыуаныслы. Минең дә әйтер һүҙҙәрем бар, - ти Гөлмира.
Муниципаль райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилов әйтеүенсә сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
- Студенттар мәғариф өлкәһенә ҡағылған һорауҙар буйынса фекер алышыу мәлендә ауыл мәктәптәрендә тәрбиә процесын яҡшыртыу темаһын күтәрҙе. Улар, үҙҙәре кисәге уҡыусылар булараҡ та, төрлө юлдар тәҡдим итте. Проблеманы тап үҙ тәжрибәләренән сығып хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыуҙары ҡиммәт, - тине Илшат Һиҙиәтулла улы.
- Беҙҙең проект Ишембай районы территорияһында туризм комплексын төҙөүгә бағышлана. Атап әйткәндә, йәштәр өсөн ҡала ситендә бәләкәй «ҡаласыҡ» булдырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Уйлауыбыҙса, бында ҙур кимәлдәге саралар ҙа ойоштороп булыр ине, - тип һүҙ башланы Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалы студенты Әлиә Нафиҡова. – Проект сиктәрендә комлекста экстрим-парк, яһалма һыу ятҡылығы, скейт-майҙансыҡ, роллер юлы, аэропорт, тренажер залы төҙөү ҡаралған. Арабыҙҙа талантлы йәштәр күп, шуға ла концерт ҡуйыу өсөн сәхнә булырға тейеш. Ял итергә теләүселәргә палаткалар майҙансығын ойошторорға
тигән уй ҙа бар. Ҡаласығыбыҙҙа спорт уйындарынан, ярыштарҙан тыш, төрлө темалар буйынса олимпиадалар, кәңәшмәләр ойоштороласаҡ.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов студенттарҙың был проектын хуплап үҙ фекерен белдерҙе. Ул билдәләүенсә, ҡаланың А.Матросов
исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының реконструкция проектында тап ошондай скейт-майҙансыҡ, канат һәм роллер юлдарын төҙөү планлаштырылған.
Шул уҡ ваҡытта район хакимиәте башлығы студенттарға ҡаланың Юрматы биҫтәһендә төҙөләсәк 640 урынлыҡ (ред. шул иҫәптән 180-е интернат балалары өсөн) полилингваль мәктәп тураһында ла һөйләп үтте. Стратегик үҫеш проектына ярашлы, был төр белем усағында уҡытыу рус, башҡорт, инглиз, немец һәм француз телдәрендә алып барыласаҡ. Полилингваль мәктәпкә эшкә ҡайтырға теләүсе буласаҡ педагогтар был йүнәлеш менән бөгөндән үк ҡыҙыҡһына башлай ала.
Йәштәрҙең район хакимиәте, предприятиелар вәкилдәре менән аралашыуы дуҫтарса йылы мөхиттә барҙы. Шунда уҡ тамаҡ ялғап алыу ойошторолғайны, һәр кемгә
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бер тапҡыр бушлай шөғөлләнеүгә абонемент та таратылды. Студенттар форсайт-сессиянан һуң үҙебеҙҙең һәүәҫкәр
артистар, ансамблдәр әҙерләгән концерттан күтәренке кәйеф, киләсәккә ҙур өмөттәр менән таралышты.

Авторҙар фотолары.
Читайте нас