Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2021, 11:53

Ауыл хәбәрҙәре

8 февраль - азатлыҡ, тиң хоҡуҡлыҡ һәм кешеләр бәхете өсөн көрәшкән йәш малай-ҡыҙҙар иҫтәлегенә Йәш антифашистарҙы иҫкә алыу көнө тип иғлан ителгән. Мәктәбебеҙҙә башланғыс класс һәм 5-се класс уҡыусылары өсөн йәш герой-антифашистарға бағышланған тематик класс сәғәттәре үтте.

Илһөйәрлек дәрестәрендә уҡыусылар Еңеү өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямаған пионерҙарҙың батырлығы тураһында презентация ҡараны, әңғәмәлә ҡатнашты, шиғырҙар һөйләне, шулай уҡ һуғыш йылдарында ижад ителгән пионер йырҙарын тыңлап өйрәнде. Тематик һүрәттәр күргәҙмәһе сараны йәмләндереп кенә ебәрҙе.
Читайте нас: