Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль 2021, 13:15

Гимназия яңылыҡтары

Башланғыс кластарҙа оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнгән балалар, уларҙың ата-әсәләре, апайҙары һәм ағайҙары ҡатнашлығында ҡышҡы уйындар буйынса ярыштар ойошторолдо.

Башланғыс кластарҙа оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнгән балалар, уларҙың ата-әсәләре, апайҙары һәм ағайҙары ҡатнашлығында ҡышҡы уйындар буйынса ярыштар ойошторолдо. Улар "Батырҙар" һәм "Ҡыйыуҙар" командаларына бүленеп көс һынашты. Ҡар көрәп ярышыу, биҙрәләр менән ҡар ташып тау өйөү күңелдәрҙе күтәрһә, тюбингтарҙа, саналарҙа ярышыу һәр береһендә сәм уятты. Ике командала ла еңеүгә ынтылыш көслө булды. Шулай ҙа "Батырҙар" "Ҡыйыуҙар" командаһын бер мәрәйгә генә артта ҡалдырып, еңеүсе булды.
Сараның аҙағында атайҙар һәм ағайҙар, балалар шыуып ҡыуанһын өсөн, матур итеп тау эшләп ҡуйҙылар.
Читайте нас: