9-сы класс уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова икенсе урынға лайыҡ булып, «PRELIMINARY FOR SCHOOLS кембридж имтиханын биреүгә» сертификат менән бүләкләнһә, 10-сы класс уҡыусыһы Гөлзирә Йәрмөхәмәтова йәйен Ялта ҡалаһында үтәсәк «Aktive Lingua Camp» мульти-телле (күп телле) лагерға юллама алды. Республикала шәхси ҡаҙаныштары менән бындай хоҡуҡҡа барлығы биш уҡыусы эйә булған.
Олимпиада Өфөлә 44-се күп профилле полилингваль мәктәп нигеҙендә ойошторолғайны. Юғары класс уҡыусылары Башҡортостан мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары буйынса проекттарын башҡорт, татар, инглиз, немец һәм төрөк телендә яҡланы. Беҙҙең ҡыҙҙарҙы был сараға 2-се башҡорт гимназия-интернатының төрөк теле уҡытыусыһы Юлиә Мөхәмәтрәхимова әҙерләгән. Башҡортостан Башлығы Кубогына «IDEL» полилингваль олимпиадаһын мәғариф һәм фән министрлығы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектә ойоштора. Мәртәбәле ярыш уҡыусыларҙы туған һәм сит ил телдәрен өйрәнеүгә дәртләндерә, полиглот балаларҙы асыҡлай, бөтә донъя мәҙәни мираҫына ылыҡтыра.