Ошо көндәрҙә республика ата-әсәләр комиссияһы Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары һәм Салауат ҡалаһы вәкилдәре менән онлайн форматта осрашыу ойошторҙо. Унда милләттәштәребеҙҙең иң әүҙемдәре – заманса фекерләгән үткер ҡарашлы ата-әсәләр туған телде өйрәнеүҙә тәжрибәләре, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының белгесе Миләүшә Хәбирова, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социаль-мәҙәни анализдар үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, төбәк ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, уның урынбаҫары Айгөл Атанова ҡатнашлығында үткән сарала бөгөн башҡорт телен уҡытыу торошо, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре, ырыуҙар хәрәкәтен тормошҡа ашырыу кеүек һорауҙар ҡуҙғатылды.
- Бөгөн туған телебеҙ, тарихыбыҙ, тимәк милләтебеҙҙең киләсәге үҙ ҡулыбыҙҙа. Сөнки ата-әсәләргә ҙур хоҡуҡтар бирелгән, йәғни уларҙың уҡытыу процесына һәм планына үҙгәрештәр индерергә мөмкинлектәре бар, - тип һүҙ башланы республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесенең урынбаҫары Айгөл Әнүәр ҡыҙы. - Ата-әсәләр ни рәүешле башҡорт телен һаҡлай ала һуң? Был һорауға килгәндә, дәүләт органдарында, мәғариф системаһында һәр саҡ, әгәр ата-әсәләр теләктәрен еткерһә, тип әйтеүгә ҡайтып ҡалалар. Тимәк, беҙҙән күп тә кәрәкмәй – теләктәребеҙҙе ваҡытында дөрөҫ итеп еткереп, уларҙың үтәлеүен күҙәтәһе генә ҡала. Атаәсәләр мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу маҡсатында берҙәмләшеп, урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Иң кәмендә, баланы мәктәпкә уҡырға биргән саҡта туған телде тейешле кимәлдә өйрәнеүгә ғариза яҙып, башҡорт тарихын уҡытыуҙы талап итергә мөмкин.
Яҡташыбыҙ – этнограф, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов ата-әсәләрҙе ҡыҫҡаса «Ырыуҙар ҡоро» проекты менән таныштырып үтте. Билдәле булыуынса, ырыуҙар хәрәкәтенә уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында арҙаҡлы яҙыусы Булат Рафиҡов башланғысы менән тап юрматылар нигеҙ һала. Артабан уларҙың идеяһын табындар, меңдәр һәм башҡалар күтәреп ала. Ләкин ошоғаса ырыу йыйындарын үткәреү бер системаға һалынмағайны – кем нисек теләй, шулай үткәрә килде. Шуға күрә был проект ырыу ҡорҙарын системалаштырыуға, киләһе йылдарҙа ла уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ырыуҙар хәрәкәтен тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль кимәлдә боронғо Һабантуй байрамының яңы форматын индереү билдәләнгән. Юлдаш Мөхәмәт улы әйтеүенсә, мәҫәлән, юрматылар менән табындарҙың ырыу-ара ярышын йәки спортсылар ҡатнашлығында чемпионат ойошторорға булыр ине.
- Башҡорт халҡы бөгөн 40-тан ашыу ырыуҙы үҙ эсенә ала. Беренсе кварталда йыйындарҙы аҙна һайын ойоштороп торасаҡбыҙ. Әлбиттә, тәүҙә иғтибар төньяҡкөнбайыш районы вәкилдәренә биреләсәк. Ошо көндәрҙә беренсе ырыуҙар ҡоро Елдәк башҡорттары йәшәгән Борай районында үтәсәк. Ә Юрматы ырыуының йыйынын үткәреүҙе март баштарына планлаштырғанбыҙ. Шуға ла ата-әсәләрҙе, йәштәрҙе ырыуҙаштарҙы берләштерер ҙур сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырам, – тине үҙ сығышында Ҡоролтайҙың «Без башҡортлар» проекты етәксеһе Юлдаш Йосопов. – Ырыуҙар хәрәкәте гербтар менән нығытыласаҡ, уларҙы эшләүгә тотонғанбыҙ. Һәр ырыуҙың инсигниялары (авт. хаҡимлыҡ, хоҡуҡ, статус символдары) – ораны, тамғаһы, ағасы, ҡошо дөйөмләштерелеп гербта сағылыш табасаҡ. Әлбиттә, геральдика ҡағиҙәләрен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Әлегә Мәскәүҙән саҡырылған профессиональ геральдист 10 гербтың проектын эшләне. Улар араһынан Юрматы ырыуының гербы буйынса фекер алышыу декабрь айында үтте. Бынан тыш, уҙған йылда башҡорт ауылдарының һәм ырыуҙарының этнографик картаһы булдырылды. Унда 2500-ҙән ашыу ауыл билдәләнгән – һәр кем ырыуҙарҙың нисек таралып ултырғанын күреп, үҙ тарихын өйрәнә ала. Картаны «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ойошторолған «Без башҡортлар» төркөмөндә күрергә була. Уның ҡағыҙ варианты ҡоролтай саралары барышында ҡалаларға, райондарға бүләк ителәсәк. Ата-әсәләр комиссияһы ултырышының йөкмәткеһе артабан Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафиндың, мәғариф һәм фән министрлығының милли мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллинаның видеояҙмаһы менән тулыландырылды. Ғалим өс компоненттың – телдең, әҙәбиәттең һәм милләттең үҙ-ара тығыҙ бәйләнеше мөһимлеге тураһында тәфсирләп аңлатты.
- Кешене кеше иткән дә, уны юҡ иткән дә һүҙ. Һүҙҙең илаһи көсө уны иң юғары кимәлдә ҡуллана алған сәнғәттә – әҙәбиәттә сағыла. Ә әҙәбиәт – ижтимағи аңдың бөтә даирәһен яҡтырта алған универсаль ижад формаһы, милләт асылының иң юғары күрһәткесе, - тип мөрәжәғәт итте ата-әсәләргә Ғиниәтулла Сафиулла улы. – Әҙәбиәт ул әҙәп донъяһы. Кешегә белем, тәрбиә биреүсе, йәшәргә, матди байлыҡты нисегерәк ғәҙел табырға өйрәтеүсе тормош дәреслеге. Ләкин бөгөн был хәл икенсерәк тора. Бөтә донъяла глобалләштереү, оптималләштереү күренештәре бара. Бөгөн мине, ошо шарттарҙа әҙәбиәт үҙенсә кризис кисерә башламаҫмы икән, тигән һорау борсой. Был хаҡта власть әһелдәре лә уйланырға тейеш.
Атап үткән ҡалаларҙа һәм райондарҙа республика атаәсәләр комиссияһының филиалдары 2018 йылда ойошторолдо. Уларҙың рәйестәре лә дистанциялы сарала үҙара тәжрибә менән уртаҡлашып сығыш яһаны.
- Әйтергә кәрәк, беҙ Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы һәм «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҡалабыҙҙа бер нисә балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асыуға өлгәштек. Мәҫәлән, бөгөн 55-се балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө уңышлы эшләп килә. Ә 53-сөнө милли балалар баҡсаһы итеп ойошторорға ниәтләйбеҙ, ошо йүнәлештә тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде, - тип ихлас уртаҡлашты республика ата-әсәләр комиссияһының Салауат ҡалаһында урынлашҡан филиалының рәйесе Фәнүр Байрамғолов. – Башҡорт телен уҡытыуға ярашлы, 25-се башҡорт гимназияһының уставы үҙгәртелде. Уның эргәһендә урынлашҡан балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен астырыу буйынса эш алып барабыҙ. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов 3-сө лицейҙы башланғыс милли мәктәп итеп эшләргә вәғәҙәләне. Уның ҡарамағында эксперименталь балалар баҡсаһы ла буласаҡ, әле тейешле документтар әҙерләнә. Киләсәктә һәр балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәрен булдырырға планлаштырғанбыҙ. Ҡалабыҙҙан Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының уҡытыутәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Раушания Иҙрисова ла туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү буйынса ниндәй саралар уҙғарылғаны тураһында һөйләп үтте.
- Гимназиябыҙ Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә туған телде өйрәнергә теләүсе ата-әсәләр өсөн курс ойошторҙо. Улар ҡасандыр төрлө сәбәптәр арҡаһында башҡортса аралашыуҙан мәхрүм булған, ә бөгөн ҙур ҡыҙыҡһыныу менән телде өйрәнә. Әлеге көндә унлаған ата-әсә башҡорт теле дәрестәренә йөрөй. Үҙебеҙ ошо йүнәлештә балалар һәм атаәсәләр ҡатнашлығында төрлө саралар ойоштороп торабыҙ. Уҙған йыл «Өләсәйем һандығы» флешмобын үткәргәйнек, олатайҙарыбыҙ, беҙҙең дә бәйгене ойоштороғоҙ, тигән тәҡдим менән сыҡты. Шуға күрә 23 февраль көнөнә «Олатайҙар ҡумтаһы» флешмобын үткәреү ҡаралған, - тине Раушания Рамаҙан ҡыҙы. – Башҡорт халҡының стратегик үҫешен күҙ уңында тотҡанда, милли балалар уйындарын тәбиғәттә ойошторорға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Был үҙе ырыуҙар хәрәкәтенең бер өлөшө булыр ине. Бөгөн мөмкинлектәр булған саҡта, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм үҫтерәйек. Шуға ла кескәйҙәрегеҙҙе ҡаланың балалар баҡсаһына бирергә ғариза яҙғанда, баламды башҡорт телендә тәрбиәләргә, уҡытырға теләйем, тип күрһәтегеҙ.
Бер яҡтан, һуңғы йылдарҙа туған телдең ҡәҙерен тойған, балаһын халҡыбыҙҙың бай йолалары нигеҙендә тәрбиәләргә ынтылған аңлы, тырыш йәш быуын ата-әсәләрҙең күбәйеүе ҡыуандыра. Икенсе яҡтан, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин әйтеүенсә, глобалләштереүгә ҡоролған система үҙенең шарттарын ҡуя, сиктәрен билдәләй бара. Шуға ла туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү тик үҙебеҙҙән тора.
Хөрмәтле яҡташтар, башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуға бәйле һорауҙарығыҙ бар икән, республика ата-әсәләр комиссияһына (347) 218-03-52, (347)218-03-53 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ 8-927-33-40-054, 8-917-77-84-306 (whatsapp), 8-927-33-54-632 (юридик ярҙам) ышаныс телефондары эшләй.
Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы ойошторған 24 сәғәтлек курстарҙа туған телде өйрәнергә теләүсе ата-әсәләр 8-917-764-96-25 телефоны йәки [email protected] электрон адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Башҡорт теле буйынса дәрестәр шишәмбе-кесаҙна көндәре Zoom платформаһында 19.00 сәғәттә башлана. Киләһе курстар (икенсе төркөм) апрель айының тәүге аҙаһына билдәләнгән. Фотола: Биксән ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Әкиәт иленә сәйәхәт» үткәргән. Шул тиклем ролгә инеп килештергәндәр, бәләкәстәр яуыз геройҙарҙы үҙҙәре тотоп кәрәген бирергә әҙер торған. Хатта ауыл балалары араһында русса һөйләшеү ғәҙәти күренеш була барған заманда бындай йәнле саралар үтә лә кәрәк. Туған телгә һөйөү, һыу-һауа кеүек кәрәклеге сабый саҡтан яралып ҡалмаһа, артабан уҡытыу ҡыйынлыҡтарын барыбыҙ ҙа аңлай, күрә. Күңелһеҙ тәжрибә лә күҙгә ташлана - башҡорт әкиәттәрен сәхнәләштереү, милли байрамдар тибеҙ ҙә, иркенләп тороп уларҙы рус телендә үткәрәбеҙ. Сәбәбе лә, аҡланыуы ла бер - сөнки ҡалала күпселек балалар туған телен белмәй, аңламай...