Торатау
+17 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Мәғариф
27 Января 2021, 19:54
Ауыл хәбәрҙәре
Йыртҡыс сәйәсәт ҡорбандары булғандарҙы һәм был мәшхәрҙе туктатҡан батыр йөрәкле кешеләрҙе иҫкә алыу көнө. Донъя тарихында “Холокост” тип 1941-1945 йылдарҙағы Икенсе Бөтә донъя һуғышында Өсөнсө рейх тарафынан төрлө милләттәргә ҡарата ҡылынған геноцид фажиғәһен атайҙар.
27 ғинуар – Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Йыртҡыс сәйәсәт ҡорбандары булғандарҙы һәм был мәшхәрҙе туктатҡан батыр йөрәкле кешеләрҙе иҫкә алыу көнө. Донъя тарихында “Холокост” тип 1941-1945 йылдарҙағы Икенсе Бөтә донъя һуғышында Өсөнсө рейх тарафынан төрлө милләттәргә ҡарата ҡылынған геноцид фажиғәһен атайҙар. Холокост – инглиз һәм боронғо грек һүҙенән “ут менән юҡ итеү” тигәнде аңлата. Икенсе Бөтә донъя һуғышына тиклем үк Германияла кешенең милләтенә ҡарап эҙәрлекләүҙәр башланыуынан бигрәк тә йәһүдтәр (еврей) ҙур зыян күрә. Айырым бер милләттәрҙе юҡҡа сығарыу һуғыш барышында яулап алынған территорияларҙа ла дауам итә. Освенцим концлагеры ул осорҙағы меңләгән “үлем лагерҙар"ның береһе була.
Кешелек бындай бәләгә тарымаһын өсөн был хаҡта күберәк яҙырға, һөйләргә, фильмдар төшөрөргә кәрәк. Көҙән мәктәбендә лә тарихи көнгә арналған класс сәғәттәре, әңгәмәләр үтте, “Хәтер күбәләктәре” экспозицияһы ойошторолдо, йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, филмьдар күрһәтелде.
Читайте нас