Туған тел – ул халыҡтың тере күңеле, хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Башҡорт теле беҙҙең өсөн иң ҡиммәт байлыҡ, ул халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, һоҡланғыс йолаларын, ҡабатланмаҫ ауыҙ-тел ижадын бергә туплап, беҙҙең көндәргә еткергән.
Белеүебеҙсә 2019 йылдан, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы, билдәле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтереп, 14 декабрь - Башҡорт теле көнө тип билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ниәте һәм республика етәкселеге хуплауы менән 2020 йылдың Башҡорт теле йылы исеме аҫтында үтеүе лә ҙур эштәргә юл асты. Йыл дауамында туған телебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар барҙы, төрлө маҡтауға лайыҡ эштәр башҡарылды, өр-яңы проекттар ғәмәлгә ашырылды. Йылдың һәр айы айырым бер темаға бағышланды. Эпидемиологик хәлдәрҙе иҫәпкә алып, саралар онлайн һәм офлайн тәртиптә үтте.
Ишембай нефть колледжы студенттары ла был сараларҙан ситтә ҡалманы, туған телгә ҡағылышлы төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булды. Әҙәбәиәт һөйөүсе студенттарыбыҙ туған телдәрендә шиғырҙар ятланы, “Иле барҙың – теле бар”, “Шиғри сылбыр” тип аталған флешмобтарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.
Тематик йылды йомғаҡлап, Ишембай нефть колледжы студенттары Башҡортостаныбыҙҙың билдәле шәхесе менән онлайн-осрашыу ойошторҙо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҙғарылған берҙәм дәресебеҙҙең махсус ҡунағы итеп “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, яҙыусы һәм Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины Салауат Кәримов саҡырылды.
Заманса мөмкинлектәрҙе ҡулланып, Zoom платформаһында уҙғарылған дәрес студенттарға бик оҡшаны. Башҡорт теленә тоғролоҡ һәм уға иғтирам тәрбиәләүгә арналған дәресебеҙ туған тел тураһында моңло йырҙан башланып китте. Артабан ҡунағыбыҙ менән йәштәрҙе таныштырып, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ. Дәрес дауамында студенттар Салауат Ғайса улына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә барҙы. Ә әҙип һәр бирелгән һорауға ихлас яуап ҡайтарҙы. Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән талантлы яҡташыбыҙ Ишембай нефть колледжында уҡыған йылдары, театр менән мауығыуы, нисек быраулаусы һөнәрен үҙләштергән егет әҙәбиәтсе булып китеүе тураһында хәтер ептәрен һүтте. Туған телгә, әҙәбиәткә булған һөйөү кескәй йәштән, ғаиләнән башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәктәп йылдарынан уҡ ижад һуҡмағына баҫа ул: тәүҙә шиғырҙарҙан башлай, аҙаҡ проза әҫәрҙәренә күсә. Яҙыусының һәр яңы әҫәре халыҡ күңелен яулап тора, әүҙем уҡылып бара.
Салауат Ғайса улы үҙенең ғаиләһе менән дә таныштырҙы. Балаларының, ейән-ейәнсәренең баш ҡала мөхитендә тәрбиәләнеүенә ҡарамаҫтан, үҙ туған телдәренән ситләшмәй саф башҡорт телендә һөйләшеүе, улдарының яуаплы вазифалар башҡарыуы тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне. Артабан, Салауат Ғайса улы студенттарға үҙенең төп эшмәкәрлеге – республикабыҙҙың ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик баҫмаһы - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире вазифаһы тураһында уртаҡлашты. Яуаплы ла, мәртәбәле лә хеҙмәтендә уңыштарға өлгәшеү күп көс талап итә.
Дәрес-әңгәмә бик күңелле барҙы. Салауат Ғайса улы үҙе билдәләп үтеүенсә, бик фәһемле, күңелдәрҙә ҡалырлыҡ осрашыу булды. “Хатта тыуған яҡтарыма, уҡыған колледжыма, йәшлегемә әйләнеп ҡайтҡандай булдым”, – тине ул. Ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташыбыҙ менән осрашыу, уның хәтирәләре менән уртаҡлашыу ниндәйҙер кимәлдә быуындар бәйләнешен булдырҙы, ҡунағыбыҙ яҙмышы миҫалында йәштәр туған телде белеү ниндәй ҙур ҡаҙаныштарға алып килеүен аңланы. Һәр студент үҙе өсөн тормошсан өлгө алды. Ижады аша уҡыусыһында бәләкәйҙән үк телгә һөйөү уята белгән, рухлы замандашыбыҙ менән онлайн осрашыу күптәрҙе бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйланырға мәжбүр итте, тормошта ҙур маҡсаттар менән йәшәүгә өндәне.