Мәғариф
12 Января 2021, 07:00

ҺӨНӘРҘӘРЕНӘ ТАП ТӨШӨРМӘЙҘӘР

Яңы йыл алдынан муниципаль район хакимиәтендә бер төркөм педагогтар Рәсәй Федерацияһының «Тәрбиә һәм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре» һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф отличнигы» билдәләре менән бүләкләнде.

Яңы йыл алдынан муниципаль район хакимиәтендә бер төркөм педагогтар Рәсәй Федерацияһының «Тәрбиә һәм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре» һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф отличнигы» билдәләре менән бүләкләнде.
Шул уҡ ваҡытта белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙ Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф отличнигы» түш билдәһе, мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.
- Бөгөн уҡытыусыларыбыҙ ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа оҫта һәм етеҙ эшләргә өйрәнде. Педагогтар дистанциялы белем биреү осоронда техник етешһеҙлектәр килеп сығыуға ҡарамаҫтан, төрлө уҡытыу алымдарын бик урынлы ҡулланды. Был – оло хеҙмәт, - тип баһаланы уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов. – Шул уҡ ваҡытта ошо йылда бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ауыл мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаһында күләмле ремонт эштәре башҡарылды. Киләсәктә лә белем биреү учреждениеларында уҡытыу шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бағымсылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе киңәйтесәкбеҙ. Педагогтарға һәм балаларға уңайлы мөхит тыуҙырыу – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе.
Мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Исмәғилев уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалап, уларға байрамса ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡытыусылар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне - район хакимиәте вәкилдәре балалар яһаған декоратив сувенирҙарҙы тихлас ҡабул итте.
- Ҡалабыҙҙың 11-се мәктәбендә 1984 йылдан бирле эшләп йөрөйөм. Һөнәрем буйынса француз һәм немец телдәре уҡытыусыһымын. Дөйөм алғанда, белем биреү өлкәһендә 41 йыл хеҙмәт итәм. Әлеге мәлдә балаларҙы француз теленә өйрәтәм, Францияның тарихы менән таныштырам, - тип ихлас уртаҡлашты Рида Әхсәнова. – Рәсәй Федерацияһының «Тәрбиә һәм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре» түш билдәһе менән бүләкләнеүемә сикһеҙ шатмын. Хеҙмәтемә хөрмәт күрһәткән 11-се мәктәп директоры Наталья Михееваға һәм коллегаларыма ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Пандемия бөгөнгө йәшәү рәүешебеҙҙә ниндәй генә үҙгәрештәр индермәһен, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр уларҙы әҙерлекле ҡабул итә. Педагогтарыбыҙға еңелдән булмаған хеҙмәт юлын ҡаршылыҡһыҙ үтергә яҙһын.
Фотола: Тәбрикләнеүселәр араһында Маҡар мәктәбе директоры Гөлнара Хисмәтуллина, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияинтернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөһрә Кинйәбаева, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильвира Захарова ла булды (һулдан уңға).
Автор фотоһы.
Читайте нас