Һәр класс уҡыусылары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға һөнәрҙәрен күрһәтте. Урамда, саф һауала, ҡупшы шыршы янында йырҙар йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп күңел асҡан балалар тауышынан ауылыбыҙҙың үҙәк майҙаны гөр килде. Ябалаҡлап яуған аҡ ҡарҙар байрамда ҡатнашыусыларҙың Яңы йыл кәйефен күтәреп кенә ебәрҙе. Йомарт ҡуллы Ҡыш бабайҙың татлы күстәнәстәренән иһә һәр балаға өлөш төштө.