Мәғариф
15 Декабря 2020, 07:42

Ҡолғона мәктәбе яңы автобуслы булды

Үткән аҙнала Ҡолғона урта мәктәбенә яңы мәктәп автобусы ҡайтты. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Фәтиеваға тантаналы шарттарҙа автобус асҡысын тапшырҙы.

Үткән аҙнала Ҡолғона урта мәктәбенә яңы мәктәп автобусы ҡайтты. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Фәтиеваға тантаналы шарттарҙа автобус асҡысын тапшырҙы.
Был автобус тулы приводлы булыуы менән айырылып тора. Тау-ташлы ҡатмарлы юл хас Ҡолғона тарафтарына тап ошондай техника кәрәк ине.
- Яңы автобус Ҡолғонанан 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Иҫке Һәйет ауылынан балаларҙы интернатҡа алып килеү, ҡайтарып ҡуйыу өсөн файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ ҡалаға төрлө олимпиадаларға, Берҙәм дәүләт имтиханына, ярыштарға йөрөү ҙә уңайлы буласаҡ. Район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә рәхмәт, ауыл өсөн ҙур шатлыҡ был, - тине мәктәп директоры.
Балаларҙы мәктәпкә утыҙ йылдан ашыу водитель тәжрибәһе булған Ришат Мусин йөрөтәсәк. Социаль селтәргә был яңылыҡты һалыу менән яҡташтарҙан күп ыңғай комментарийҙар булды, Ришат Әнүәр улына имен юлдар теләп, өр-яңы автобустың ышаныслы ҡулдарҙа икәнлеген яҙҙылар. Әлеге көндә муниципаль районда 25 мәктәп автобусында 500-гә яҡын мәктәп уҡыусыһын йөрөтөү ойошторолған. Республика етәкселеге кимәлендә автобустарҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Былтыр дүрт белем биреү учреждениеһына яңы автобус бүленгән. Быйыл әлегә икәү ҡайтарылған, йыл аҙағына тиклем тағы өс автобус көтөлә.
Ҡолғона мәктәбе коллективын ихлас ҡотлап, Азамат Фәрит улы артабан да автобустарҙы яңыртыу буйынса эш дауам ителәсәген билдәләне.
Иң яҡшыһы – балаларға, тип йәшәйбеҙ. Киләсәгебеҙ уларҙан тора. Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген, һәр яҡтан үҫеш, белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеп яңы автобустар шулай ҡайтып торһон.
Фото: автор
Читайте нас