Мәғариф
15 Декабря 2020, 16:02

Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды

Бөгөн ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында Башҡорт теле йылын йомғаҡлау уңайынан тантаналы сара үтте.

Бөгөн ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында Башҡорт теле йылын йомғаҡлау уңайынан тантаналы сара үтте.
Байрамды ойоштороуҙа муниципаль район хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге етәксеһе Роберт Ибәтуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Исмәғилов һәм Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин ҡатнашты.
Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, күркәм йолаларын бергә туплап, бөгөнгө көнгә тиклем килтереп еткергән башҡорт телен популярлаштырыуға, һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре муниципаль район хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмайыҡ, дуҫтар!
Фото: автор
Читайте нас