Мәғариф
11 Декабря 2020, 12:10

Ҡазандан ҙур тәьҫораттар менән

“Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” милли проекты йүнәлеше буйынса Маҡар урта мәктәбе яулаған федераль Грантты тормошҡа ашырыу сиктәрендә күптән түгел белем усағының 10-сы, 11-се класс уҡыусылары өсөн Ҡазанға тур ойошторолдо.

Белемдәрен арттырыу менән бер рәттән улар Ҡазан Кремлендә, Н.Лобачевский исемендәге музейҙа, Ҡазан федераль университетында була, Свияжеск утрау-ҡалаһында, археологик ағас музейында экскурсия үтә.
- Был сәйәхәт иптәштәремдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайым, сөнки беҙ үҙебеҙгә бик күп фәһемле мәғлүмәт, кисерештәр алып ҡайттыҡ. Мәҙәни үҙәктәр, “Әкиәт” татар дәүләт ҡурсаҡ театры, “Тыуған ауылым» милли комплексы менән дә таныштыҡ. “Нур тирәләй” исемле 65 метр бейеклегендәге күҙәтеү тәгәрмәсендә ҡаланың матурлығына ҡарап һоҡландыҡ. Ҡазан бик матур һәм мәҙәни ҡала, кешеләре итәғәтле. Ошондай иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәтте ойошторған өсөн уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт, - тип кисерештәре менән 10-сы класс уҡыусыһы Азалия Кәримова уртаҡлашты.
Читайте нас