Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ноябрь 2020, 13:35

Балалар рәхмәт әйтә

Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә белем биреү төркөмө ошо көндәрҙә ҙур бүләк ҡабул итте.

Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә белем биреү төркөмө ошо көндәрҙә ҙур бүләк ҡабул итте.
«Регион» электрон сауҙа майҙансығы вәкилдәре балалар баҡсаһына заманса электрон ҡорамалдар алып биргән. Был балалар, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр өсөн оло ҡыуаныс.
«Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Рузилә Мөслимова белдереүенсә, бүләк иткән проектор менән экран тәрбиәләнеүселәргә туған телде өйрәтеүҙең сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк. Балаларҙың заманса технологиялар менән мауығыуын дөрөҫ юҫыҡта файҙалана белергә кәрәк тип, мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнөң тәрбиәселәре лә етәкселәренең һүҙен ҡеүәтләй.
- Хәҙер интернет селтәрендә балалар өсөн башҡорт телендә төрлө сайттар күп. Йәнһүрәттәрҙе, әкиәттәрҙе һәм музыкаль тапшырыуҙарҙы ҙур экранға тоташтырып, балаларға күрһәтәсәкбеҙ. Шулай уҡ электрон ҡорамалдар ярҙамында төрлө проекттар әҙерләргә ниәтләйбеҙ, - тигән ҡыуанысы менән уртаҡлашты Рузилә Вәлижан
ҡыҙы. – Шул уҡ ваҡытта «Аҡбуҙат» балаларын тағы бер бағыусыбыҙ ҡыуандырҙы. Яҡташыбыҙ – 2-се башҡорт гимназия-интернатының 90-сы йылдар сығарылыш уҡыусыһы Даян Әхмәров балалар баҡсаһына ноутбук бүләк итте. Әлеге мәлдә ул ҡаты яғыулыҡ менән сауҙа иткән «Карбон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй. Даян Рауил улы туған мәктәбе менән араларҙы өҙмәй, уға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Бағыусыларыбыҙҙың икеһенә лә башҡорт гимназия-интернатының директоры Әлфис Фәйзуллин, коллективыбыҙ, ата-әсәләр һәм балалар исеменән оло рәхмәтемде еткерәм. Ниәтләгән эштәре һәр саҡ уң булһын!
Ысынлап та заманса технологияларҙы ҡулланып үткәргән дәрестәр кескәйҙәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереп кенә ҡалмай, ә уларҙа теманы өйрәнеүгә теләк тыуҙыра, ҡыҙыҡһыныуҙарын бермә-бер арттыра. «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә белем биреү төркөмө балаларының йөкмәткеле дәрестәрҙән ҡәнәғәт ҡалыуына шик юҡ.
Фото: автор
Читайте нас: