Үҙен хәйриә эштәре аша танытҡан, йүнселлегенән изгелек ҡылыуға ҙур өлөш бүлгән замандаштарыбыҙ арабыҙҙа икән ул. Күптән түгел Өфөлә йәшәүсе Клара ханым Мамаризаеваның Һайран мәктәбенә аҡсалата ярҙам күрһәтеүе тураһында ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ.
Ейәнсура районында тыуып үҫеп, әле баш ҡалала ғүмер иткән Клара Нурый ҡыҙының хәйриәлек эшмәкәрлеге күптәрҙә һоҡланыу уята. Хаҡлы ялы емешле, матур уның. «Аҡ тирмә» башҡорт милли мәҙәни үҙәге һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларында ҡайнап йәшәй, ҡулынан килгәнсә хәйриә эшен алып бара.
- Хәҙер инде оло йәшкә килеп еттек. Беҙҙән һуң ни ҡалыр, ни булыр, тип йышыраҡ уйланабыҙ. Балалар - киләсәгебеҙ, шуның өсөн белем һәм тәрбиә усаҡтарына ярҙам иткем килә. Айырыуса хәҙерге интернет, технологиялар заманында беҙҙең терәккә, кәңәшкә мохтаж улар. Күп балалар көнө буйы компьютер, кеҫә телефондарында ултыра. Хәҙерге уҡыу ҙа шуға бәйләй. Уларҙың буш ваҡыттары файҙалы үтһен, спортты үҙ итһендәр өсөн Һайран урта мәктәбенә аҡса менән ярҙам иттем. “Ни өсөн Һайран мәктәбе һуң?” тип һорағандар ҙа бар. Беренсенән, республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы ошо ауылдан. Бар көсөн, күңелен биреп халыҡ өсөн тырыша, кешелек сифаттары буйынса ла бик хөрмәт итәм. Рәхмәтемде ошолай сағылдырҙым, башҡа мәктәптәр кеүек Һайран уҡыусыларына ла ярҙамым булһын тип уйланым. Уҡытыусылар байрамына мәктәпте барып күрҙем, коллективҡа, балаларға изге теләктәремде еткерҙем, - тип телефон аша уртаҡлашты күркәм апай.
Клара Мамаризаева башҡа район ауылдары халҡына ла, мәсеттәргә, приюттарға хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам күрһәтә икән. Төрлө мәрхәмәтлелек сараларында ҡатнашып, бихисап диплом, грамоталар менән бүләкләнгән. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, хәҙер бәхетле өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡаҙаныштарына ҡыуынып йәшәй. Бөтәһе лә сәләмәт тормош рәүешен алып бара,тормоштарында эскегә ғөмүмән урын юҡ.
- Иртән уянғас, һәр ваҡыт “Һаумы, ҡояшым!”, тип өндәшәм. Теләгем - балалар сәләмәт, маҡсатлы булып, эш яратып үҫһендәр. Һәр кем бәхетле булырға тейеш. Тырышһаң, аҡсаһын да эшләп була. Мин бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай үҫтем, Ейәнсураның данлы шәлдәрен бәйләп, 15 йәшемдә әсәйемә өй һалып керерлек аҡса туплай алдым. Тормошто яратып, тырышып йәшәргә кәрәк, - тип һөйләшеүҙе йомғаҡлап ҡуйҙы Клара апай. Уның менән аралашыу шәхси эшҡыуарҙарға, тормошон ыңғай юлға һалырға теләгәндәргә лә бик файҙалы булыр ине. Төплө кәңәштәре, эске бер энергияһы менән эшкә көйләй, дәртләндерә белгән замандашыбыҙ ул. Һайран урта мәктәбе коллективы ла был көтөлмәгән ярҙамды ихлас шатланып ҡабул иткән.
- Клара Нуриевна тапшырған 100 мең һумлыҡ сертификатҡа проектор, спорт ҡорамалдары алырға тип уйлайбыҙ. Уға был изге эше өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерҙек, уҡыусылар ҙа һоҡланды, шатланды. Уның был ғәмәле барыбыҙ өсөн дә ниндәйҙер кимәлдә тормош өлгөһө, - ти Һайран урта мәктәбе директоры Фәһим Шәрипов.
Клара Нурый ҡыҙы бүләгенең балаларға күпме файҙа килтереүен күреп тағы бер һөйөнөр, рәхмәттәр ишетеп торор әле.