Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 11:02

Туған телебеҙҙе Йыһанға яҡынайтыусылар

23-24 сентябрҙә Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында Юрий Гагарин исемендәге Кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәрен, уларҙың уҡытыусыларын тәбрикләү тантанаһы үтте. Мәртәбәле сараның түрендә башҡорт теле буйынса олимпиадала ҡатнашыусылар ҙа булды. Ә бит туған телебеҙҙе Рәсәй кимәлендәге олимпиада исемлегенә индереү тап Ишембай мәғарифының, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының ҡаҙанышы!

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө

23-24 сентябрҙә Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында Юрий Гагарин исемендәге Кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәрен, уларҙың уҡытыусыларын тәбрикләү тантанаһы үтте. Мәртәбәле сараның түрендә башҡорт теле буйынса олимпиадала ҡатнашыусылар ҙа булды. Ә бит туған телебеҙҙе Рәсәй кимәлендәге олимпиада исемлегенә индереү тап Ишембай мәғарифының, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының ҡаҙанышы!
Сарала гимназия уҡыусыһы Фаягөл Рәхмәтуллинаның башҡорт теле буйынса икенсе урын өсөн квадрокоптер менән бүләкләнеүен ишетеп ихлас ҡыуандыҡ. Фаягөлгә туған телебеҙҙе үҫтереүҙә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Эйе, Гагарин исемендәге Кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының предметтар исемлегенә башҡорт телен индереү тап үҙебеҙҙең уҡытыусылар исеме менән бәйле. Ул ваҡытта район мәғариф бүлеген етәкләүсе Роберт Ибәтуллин һәм гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы Рифат Әйүповтың ҡыйыу башланғысы был.
- Өфөлә үткән бер сарала Роберт Әхмәт улы менән һөйләшеп киттек. Ул, ни өсөн башҡорт теле Гагарин олимпиадаһында юҡ, тигән һорауҙы ҡуҙғатты. Әйҙәгеҙ, һеҙ сараға яуаплы кешеләр менән бәйләнешкә сығығыҙ, ә мин ойоштороу мәле, һорауҙар төҙөү кеүек эштәрҙе үҙ өҫтөмә алам, тинем. Эште оҙаҡҡа һуҙманыҡ, мөрәжәғәтебеҙ Мәғариф
министрлығы кимәлендә ыңғай хәл ителде. Ойоштороусылар тәүҙә, ҡатнашыусылар булырмы икән, тип хәүефләнә төштө. Тәүге йылда, барыһын да шаҡ ҡатырып, дүрт меңдән ашыу бала ҡатнашты, - тип ихлас иҫкә алды Рифат Риф улы.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн «туған тел» төшөнсәһе уны үҫтереүсе, һаҡлаусы шәхестәр булыуын күҙ уңында тота. Рифат Риф улы хәҙер 23 йыл башҡорт теле һағында. Республика башҡорт теле уҡытыусылары араһында абруй ҡаҙанған яҡташыбыҙ 2018 йылда ойошторолған Башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһын етәкләй. Ассоциация уҡытыусыларҙың һөнәри аралашыу һәм милли белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибә менән алмашыу майҙансығы булып тора. Һуңғы йылдарҙа ойошма боронғо ата-бабаларыбыҙ йәшәгән Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә махсус семинарҙар ойоштороу менән мәшғүл. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен үҫтереү буйынса эш алып барыуҙы ла иҫтән сығармайҙар – ошо юҫыҡта заманса китаптар, методик ҡулланмалар, ҡулайлы алымдар, дәртләндереү саралары тураһында ла күп тәҡдимдәр индерелгән.
Рифат Риф улының хәләл ефете Венера Биктимер ҡыҙы ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ике тиҫтә йыл элек улар Смаҡай ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын бергәләп башлай. Венера Әйүпова 2010 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә Гран-при яулаһа, Рифат Риф улы ошо уҡ дәрәжәгә 2012 йылда лайыҡ була. Венера Биктимер ҡыҙы бөгөн дә үҙенә һөйөү, хөрмәт менән ҡараған Смаҡай балаларын уҡыта. Үҙҙәренең ике ҡыҙы ла алдынғы уҡыуҙары, шашка буйынса ил, донъя кимәлендәге уңыштары менән һөйөндөрөп, хәҙер юғары уҡыу йорттарын тамамлаған.
Бер үк һөнәр эйәһе булған ирле-ҡатында, бигерәк тә йәш быуынды рухи тәрбиәләү, ижад менән йәнәш барған эштә бер-берең менән ярыш бармы икән? Киреһенсә,
“Иң яҡшы уҡытыусы» исемен йөрөтөүсе ғаилә парына фекер уртаҡлығы, күңелдәр берлеге хас. Уҡытыусы Әйүповтар ғаиләһенә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, шуның менән бергә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүҙә киләсәктә лә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Гәзит биттәрендә яңынан-яңы ҡаҙаныштарығыҙ менән уртаҡлашырға яҙһын. Һеҙҙең уңышығыҙ – ғәзиз туған телебеҙ уңышы ул.
Читайте нас: