Ҡайнар мәктәп ашы программаһы районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарына ла барып етте. Ҡолғона тулы булмаған урта мәктәбе филиалдары - Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет һәм Ҡалыу-Айры башланғыс мәктәбе балалары, ата-әсәләр уҡыу йылын бөтөнләй икенсе кәйеф менән башлап ебәрҙе. Хәҙер ике-өс дәрес бөтөүгә мәктәптәрендә тәмле аш еҫтәре тарала бит! Ошо көндәрҙә бындағы мөмкинлектәрҙе үҙебеҙ күреп, баһалап, мәктәп аштарын тәмләп ҡайттыҡ.
Эйе, быйылғы уҡыу йылында башланғыс класс балаларын, ата-әсәләрҙе һөйөндөргән яңылыҡ – ул да булһа балаларҙың бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителеүе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе нигеҙендә илебеҙ төбәктәрендә тормошҡа ашырылған ҙур эштәрҙең береһе булды ул. Шуныһы мөһим – быны беҙ үҙебеҙҙең район мәктәптәре миҫалында күрә алдыҡ. Ошо йәй айҙарында бөтәһе биш мәктәп бар талаптарға ярашлы йыһазландырылған ашханалы булды һәм хәҙер районда йылы аш урынына сәй менән генә сикләнергә мәжбүр булған белем усаҡтары ҡалманы. Кинйәкәй башланғыс мәктәбендә ашхана өсөн айырым бүлмә ремонтланды, Түбәнге Әрмет белем усағы ашханаһы ла яңырҙы - хәҙер унда Үрге Әрмет башланғыс мәктәбенән быға тиклем йылы аштан мәхрүм балалар ҙа автобус менән йөрөп уҡый.
Әлбиттә, уҡыу йылы башланғансы һәр мәктәптә ҡайнар аш менән туҡланыу шарттарын булдырыу йөкләмәһен ысынбарлыҡта тормошҡа ашырыу өсөн һәр кимәлдә тырышырға тура килде. Быны, үрҙә әйтелгәнсә, иң төпкөл ауылдар - Ҡолғона урта мәктәбе филиалдарында һанаулы айҙарҙа башҡарылған эштәрҙән дә аңлайһың. Мәктәп директоры, утыҙ йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Заһиҙә Мусина беҙҙе ихлас ҡаршылап, ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәй иң мөһим яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Ҡолғона мәктәбе – районда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” булдырылған белем усаҡтарының береһе. Быйылғы уҡыу йылында ошо уҡ мөмкинлектәргә Этҡол мәктәбе лә эйә булды. Бында һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн көслө матди-техник база булдырыла.
- Ошо көндәрҙә компьютерҙар, ноутбуктар, 3D принтер киләсәк. Эш башлау өсөн ике класс та әҙер, уҡыусылар бындағы заманса мөхиткә, яңы ҡорамалдарға шат. Әлбиттә, яңы мөмкинлектәр белем алыуға дәрт, сәм өҫтәй, - ти Заһиҙә Закир ҡыҙы.
- Филиалдарҙа ашхана булдырыу, төҙөлөш, ремонт эштәре менән йәйҙең үткәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ. Балалар уҡыуға төшөп, ашай башлағас ҡына иңдәрҙән оло йөк төшкәндәй булды - дәртләнеп мәктәпкә киләләр, атаәсәләр бик рәхмәтле. Район үҙәгенән алыҫлыҡ, юлдарҙың ҡатмарлығы үҙенекен итә. Бер генә материал етмәһә лә эштәр тотҡарланырға тора. Төҙөлөш эштәрен алып барыусыларға рәхмәт, ваҡыт тарлығын аңлап, көндө төнгә ялғап эшләнеләр. Үҙебеҙҙең мәғариф идаралығының хужалыҡ эштәре буйынса белгесе Илдус Әмирхановҡа эште ойошторошоуҙа ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Бөтә ил буйынса уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылғанда, әлбиттә, үҙебеҙҙең район хакимиәте миҫалында был эшкә яуаплы ҡарашты әйтеп була.
Әлеге көндә Ҡолғона урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туғыҙ класта 96 бала белем ала. Быға өс филиалдағы башланғыс баҫҡыс уҡыусыларын да ҡушһаң, 125 булып китә. Ҡалыу-Айрыла – 4, Яңы Һәйеттә -7, Иҫке Һәйеттә 18 уҡыусы.
Бындағы тәбиғәт үҙе үк кешене тәрбиәләйҙер ул. Саф һауа, таҙа ер-һыу, тормоштоң тыныс ағышы - әлеге заманда күптәр бының өсөн әллә нимәһен бирергә әҙер. Ҡолғонанан 25 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылда заманса күркәм йорттар артыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Күрәһең, ошо байлыҡтың ҡәҙерен белгән, ауыл киләсәге ошонда төпләнеп йәшәгәндәрҙән тороуын аңлағандар юҡ түгел. Ә мәктәптәге яңы һулыш – ауылдың иртәгәһен тағы ла өмөтләрәк иткән күренеш ул. Яңы Һәйеткә беҙҙе директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Фәтиева оҙата барҙы. Юл арыу һелкетһә лә, күркәм, төҙөк ауыл күренеше кәйефте күтәрҙе.
- Элекке менән сағыштырырлыҡ түгел. Егерме биш йыл эшләү дәүеремдә белем усағының төрлө хәлен күрергә тура килде. Бөгөнгө балалар өсөн шатланабыҙ, яҡты ашхана, йылы һыу ағып тора, бәҙрәф тип ҡышҡы һалҡында тышҡа йүгерәһе түгел... Уҡырға ла уҡырға, - тип ҡаршы алды башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәсимә
Вахитова. Уның һүҙҙәренә шуҡ малайҙар ҙа ҡушылды. - Зилә инәй ныҡ тәмле ашата, эремсек менән запеканка, борщ, балыҡтан кәтлит – тәрилкәбеҙҙә бер нәмә лә ҡалмай, - ти 4-се кластан Хәмит Кәримов. Ашнаҡсы Зилә Вахитова апайҙарына быларҙың барыһын ишетеп тороу бигерәк тә оҡшағандыр.
- Бөтә йыһаз яңы, уңайлы. Аҙыҡтүлек менән райондағы туҡландырыу операторҙарының береһе булған шәхси эшҡыуар Шәрифә Юлғотлина тәьмин итә. Беҙгә раҫланған меню буйынса күңел һалып бешерергә генә ҡала, - ти оҫта ашнаҡсы.
Әлбиттә, мәктәп коллективының теләге бер – уҡыусылар һаны артһын, ошо тиклем уңайлыҡтарҙың рәхәтен күреп уҡырға балалар булһын.
Бында беҙҙе киңәйеп, яҡтырып киткән төкәтмәле мәктәп ҡаршыланы. Ҡолғона мәктәбе директоры Заһиҙә Закир ҡыҙы әйтмешләй, был тәжрибәнән һуң тағы ла
ҙурыраҡ төҙөлөштәргә тотонорға була. Ике ай ярым тигәндә майҙаны 104 квадрат метрлы яңы бина ҡоролған. Башҡа филиалдарҙағы кеүек скважина ҡаҙып һыу үткәргәндәр, уңайлыҡтар ҡаланыҡынан һис кәм түгел. Мәктәптең төкәтмә яғы электр конвекторҙары менән йылытыла. Яңы Һәйеттәге кеүек, бында ла ап-аҡ итеп буялған мейес мәртәбәле урынын һаҡлай әле, утын әҙерләү был яҡта проблема түгел. Балалар күмәгерәк – уҡыу ике класта бара. Төкәтмә яғында тағы бер яҡты, иркен класс бүлмәһе эшләгәндәр. Башланғыс класс уҡытыусылары Әлфирә Вахитова менән Миңзифа Мырҙабаева, ашнаҡсы Раушания Мөхәмәҙуллина менән ярҙамсыһы Резида Ҡотоеваға рәхмәт яуып тора – ата-әсәләр ысындан да ауыл, балалар өсөн ҙур эш башҡарылғанын аңлай, мәктәпкә балалар шатланып килә.
- Беҙҙең балаларға нимәләр бешереп ашатаһығыҙ ул, өйҙә лә шуны таптыралар, - ти ҡайһы бер әсәйҙәр. Беҙгә быны ишетеү шатлыҡ ҡына. Райондағы берҙәм меню буйынса әҙерләйбеҙ, бына бөгөн тауыҡ итенән аш, сыр менән икмәк, шәкәрле сәй, алма, - ти ашнаҡсы Раушания Мөхәмәҙуллина.
Иҫке Һәйет мәктәбенә 30 йыл булып киткән, быйылғы яңы төҙөлөш йылы ла ауыл тарихына инәсәк. Дөрөҫөрәге, төҙөлөштәр йылы. Ауылда яңы фельдшер-акушер пунктында ла эштәр тамам. Фельдшерҙары ғына декрет ялына китеп барған, шундай күркәм бинаһы булғас, белгесе лә табылыр, тип ышаналар.
Дүрт бала белем алған Ҡалыу-Айры филиалында ла ошо йәй заманса ашхана бүлмәһе булдырылған. Йылы аш Ҡолғона мәктәбенән килтерелә. Бында ла быйыл ғына скважина ҡаҙып һыу үткәргәндәр. Ваҡыт тарлығы арҡаһында үҙебеҙгә барып күрергә форсат булмаһа ла, Заһиҙә Закир ҡыҙының: “Ундағы үҙгәрештәр һеҙгә ныҡ оҡшар ине!” тигән һүҙҙәре етте. Тамаҡтары туҡ булғас, хәҙер балалар мәктәптән өйҙәренә лә ҡайтырға ашыҡмай икән.
Интернет был тарафҡа ла килеп еткән. Балалар элекке кеүек урамда уйнамаҫмы икән тип әҙерәк борсола бирһәләр ҙә, замана мөмкинлектәренән мәңге мәхрүм йәшәп булмай. Булғанды аҡыллы файҙаланырға ғына кәрәк. Ауылдарҙың артабан да үҫеүен, мәктәптәренең гөр килеп тороуын күрергә булһын.