Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь 2020, 14:05

Баҡсаға һөйөнөп бара Ҡанаҡай балалары

Ярты йыл дауам иткән капиталь ремонттан һуң Ҡанаҡай ауылында балалар баҡсаһы – Я. Ҡолмой исемендәге белем усағының 45 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә төркөмө асылды.

Ярты йыл дауам иткән капиталь ремонттан һуң Ҡанаҡай ауылында балалар баҡсаһы – Я. Ҡолмой исемендәге белем усағының 45 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә төркөмө асылды.
Күркәмләнгән баҡсаларын һағынып килгән балаларҙы, ата-әсәләрҙе күреү үҙе бер ҡыуаныс.
- Ошо ваҡыт эсендә балалар баҡсаһы бинаһында ҙур эштәр башҡарылды. Иң мөһиме, 1993 йылда төҙөлгән бинаның һыу селтәрҙәре яңыртылды, өр-яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителдек. Ҡыйығы тулыһынса ремонтланды, электр үткәргестәр алыштырылды, пластик тәҙрәләр, яңы ишектәр ҡуйылды, иҙән япмаһы яңыртылды. Заманса төҫ алған бинала эшләүе күпкә күңеллерәк, - тип уртаҡлашты өлкән тәрбиәсе Әлфиә Йыһанбаева.
Пандемия осоро төҙөлөш эштәренә лә йоғонтоһон һалды. Әлегә Ҡанаҡай балалар баҡсаһында эштәр йөҙ процентҡа үтәлгән, тип әйтеп булмай. Райондың мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев билдәләүенсә, подрядсы ойошма ошо арала асҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бурыслы. Туҡтап ҡалған эштәр ҙә дауам итәсәк – балалар баҡсаһын заманса материал менән кәртәләйһе ҡалған икән.
- Яңы һулыш алған баҡсабыҙ яңы йыһаздар менән дә тулыландырылыр тип өмөтләнәбеҙ. Ҙур эш башҡарылды, был балалар кәйефендә лә тойола, - ти ата-әсәләр.
Читайте нас: