Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, тормош һуҡмаҡтарынан алға сабабыҙ. Йыш ҡына эргәбеҙҙә генә булған, тырышып эшләгән, йәшәгән кешеләрҙе күреп етмәйбеҙ кеүек. Йыраҡтан эҙләргә лә түгел, күреп, һөйләшеп йөрөгәндәр араһында ла өлгө булырлыҡ замандаштарыбыҙ бар. Ауылы, яҡташтары тураһында мәҡәләләр ебәреп торған Вараҡа Ғәләүетдинованы ла үҙебеҙ өсөн яңынан асҡандай булдыҡ.
Биксән ауылында алты балалы ғаиләлә тыуып үҫә Вараҡа Хөрмәт ҡыҙы. Ата-әсәһе ябай колхозсылар, атаһы - Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир, әсәһе балаҫ һуғыу оҫтаһы була. Эшһөйәр ғаиләлә балалар ҙа хеҙмәт менән үҫә. Атаһының: “Ҡыҙым, уҡырға кәрәк”, тиеүе күңеленә һеңәме, Вараҡа апай бәләкәйҙән уҡытыусы булыу хыялын йөрөтә.
- Миңә исемде өләсәйем һайлаған, Вараҡа исемле уҡытыусы хөрмәтенә. Аҙаҡ ул Вараҡа апа беҙҙең ауылға килеп, мине лә уҡытты. Һәр ваҡыт уға оҡшарға тырыша торғайным. Беҙ бала саҡта гел уҡытыусы булып уйнаныҡ. Биксәндә уҡығанда беҙҙең класта 4 ҡыҙ булһа, аҙаҡ барыбыҙ ҙа педучилищеға уҡырға индек, - ти ғүмерен ошо һөнәргә арнаған Вараҡа Хөрмәт ҡыҙы.
Һайран мәктәбен тик “биш”ле билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ тәүҙә педагогия училищеһында белем ала, аҙаҡ юғары уҡыу йортон тамамлап, Яңы Әптек мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Рус һәм башҡорт теленән уҡыта.
- Ошо сентябрь етһә, күңелдә бар иҫтәлектәр яңыра. Һағынып бара инем мәктәпкә. Балаларҙы яраттым, береһенә лә иғтибарымды йәлләмәнем. Уҡыу ауырыраҡ бирелгәндәргә лә “һин булдыраһың, һинең килеп сығасаҡ” тип, күңелдәрендә ышаныс, сәм үҫтерергә тырыштым. Ҡасандыр уҡытҡан уҡыусыларымдан әле рәхмәт һүҙҙәре ишетеп йәшәйем, - тип бәхетле йылмая ул.
Ата-әсәләр, уҡыусылары рәхмәт белдергән яҙыуҙар әле лә Вараҡа Ғәләүетдинованың шәхси архивында ҡәҙерләп һаҡлана. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исеме лә уның һөнәри оҫталығы, бай уҡытыусылыҡ тәжрибәһе хаҡында һөйләй.
Уҡытыусы – элек-электән йәмғиәтебеҙҙә тәрбиә өлгөһө булған. Изгелек ҡылыу, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙыу Вараҡа апайҙың булмышына ла бала саҡтан һалынған. “Ата-әсәйем изгелекле кешеләр булды. Беҙҙе лә шуға өйрәтеп үҫтерҙеләр”, - ти ул.
- Әле лә хәтерләйем, миңә 12 йәш тирәһе булғандыр. Биксәндә Һәләүектә һыу ингәндә 5 йәш тирәһендәге малай бата башланы. Мин шәп йөҙә инем. Күреп ҡалып, баланы ярға сығара алдым, - тип хәтирәләр йомғағын тағатты.
Бер кеме лә булмаған яңғыҙ инәйҙе үҙенә алып ҡарауы, 12 йыл тәрбиәләп, матур итеп һуңғы юлға оҙатыуы ла ошо ярҙамсыл холҡонан, кеше бәләһенә битараф ҡала алмауҙан.
- Ҡулымдан тотҡан килеш, “Балаларыңдың түрендә бул” тип, мәңгелеккә китеп барҙы, - тип ул инәйҙе лә яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды. Тап изгелекле ғәмәлдәр күңелгә көс-дәрт бирә, йәшәртә, йәшәтә тигән фекерҙә замандашыбыҙ.
Вараҡа Хөрмәт ҡыҙының мәҡәләләр яҙырға яратыуы ла бәләкәйҙән килә, бишенсе кластарҙа уҡығанда ул район, республика гәзиттәренә яҙыша башлай һәм ғүмере буйы унан айырылмай. Ауылының өлгө алырлыҡ матур кешеләре хаҡында ла күптәребеҙ Вараҡа Ғәләүетдинованың мәҡәләләренән уҡып белә.
- “Торатау” гәзитен, башҡа республика баҫмаларын көтөп алам. Мәҡәләләрем сыҡһа, тағы ла дәртләнеп яҙышам, - ти ул.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Вараҡа Хөрмәт ҡыҙы. Тормош иптәше Юрий Ғәйнетдин улы менән өс бала – ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһе ғаиләле, тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Гөлшат та үҙен уҡытыусылыҡҡа арнаған - Өфөлә инглиз теленән белем бирә. Һигеҙ ейән-ейәнсәре шатлығын татыған бәхетле өләсәй менән олатай ҙа Ғәләүетдиновтар. Вараҡа апайҙың кәйефе төшөп йөрөгән сағын күрмәҫһең, кешеләргә күңеле һәр саҡ асыҡ. Тормошто яратҡанға шулайҙыр ул.
- Һәр кемдең бер матур яғы була. Шуны күрә белергә кәрәк. Йәштәргә теләгем – уҡырға тырышһындар. Белемле,тырыш кеше тормошта юғалмай, - тигән теләктәрен әйтте ветеран уҡытыусы.
Яңы уҡыу йылына аяҡ баҫҡанда хаҡлы ялдағы уҡытыусының теләк-кәңәштәре айырыуса урынлы. Ололарҙың кәңәш, фатихаһы йәш быуынға иң ҙур терәк.
Фото: Вараҡа Ғәләүетдинова архивынан.