Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2020, 12:20

Уңыш бөртөкләп йыйыла

Бик тиҙҙән мәктәптәрҙә тәүге дәрескә саҡырып ҡыңғырау сыңлар. Пандемияға бәйле дистанциялы уҡыуҙан һуң уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа быйылғы 1 сентябрҙе айырыуса һағынып көтөп алды. Белем байрамы алдынан Маҡар дөйөм белем биреү мәктәбендә булып, ундағы әҙерлек, коллективтың эш кәйефе менән таныштыҡ.

Бик тиҙҙән мәктәптәрҙә тәүге дәрескә саҡырып ҡыңғырау сыңлар. Пандемияға бәйле дистанциялы уҡыуҙан һуң уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа быйылғы 1 сентябрҙе айырыуса һағынып көтөп алды. Белем байрамы алдынан Маҡар дөйөм белем биреү мәктәбендә булып, ундағы әҙерлек, коллективтың эш кәйефе менән таныштыҡ.
Маҡар уҡытыусыларының да ҡәҙимгесә уҡыуҙар башланыуын һағыныуы күренеп тора - иртә менән мәктәпкә барып инеүгә беҙҙе һәр береһе үҙ эш урынында ҡаршыланы.
- Класҡа инеп, балаларҙың күҙҙәренә ҡарап белем биреүҙән дә яҡшыһы юҡ. Балалар менән тере аралашыуға һыуһаныҡ. Шуға ла барыбыҙ ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән 1 сентябрҙе көтәбеҙ, - ти мәктәп директоры Гөлнара Хисмәтуллина.
150 йылға яҡын тарихы булған белем усағынан республика, ил кимәлендә танылған бик күп талантлы шәхестәр сығыуын беләбеҙ. Һәм бөгөн дә ошо мәртәбәне һаҡлау, үҫтереү бурысы тора.
Әлеге көндә мәктәптә 102 уҡыусы белем ала, мәктәпкәсә төркөмдә 35 бала тәрбиәләнә. Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай, Егән ауылдарынан 27 уҡыусы һәм 10 мәктәпкәсә төркөм балалары йөрөй. Мәктәп ҡарамағында ике уңайлы автобус.
- Беҙҙә 15 уҡытыусы, 3 тәрбиәсе баш көллө үҙен был изге хеҙмәткә арнаған. Уҡытыусыларҙың һигеҙе – юғары, етәүһе беренсе категориялылар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, байтаҡ уңыштар яулаған уҡытыусыларыбыҙ уҡыусыларына ла өлгө, -тип Гөлнара Рим ҡыҙы коллективының һуңғы йылдарҙағы уңыштары менән таныштырҙы. Ғәфүр Вәлиев, Лилиә Семенова, Гөлшат Сабитова, Гөлназ Беляева, Елена Әхмәрова, Гөлсинә Әхмәҙиева, Гөлсөм Ишҡолова, Мәүлиҙә Аҙнабаева, Гөлшат Баймөхмәтова - район-ҡала кимәлендә үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында лайыҡлы сығыш яһаған уҡытыусылар. 2007 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре” конкурсы сиктәрендә еңеү яулап, Рәсәй Президентының бер миллион һумлыҡ грантына эйә булыу ҙа яңы маҡсаттар билдәләргә ярҙам итә. Ул аҡсаға мәктәптең матди - техник базаһы нығытылған. Төрлө йүнәлештәге конкурстарҙан ситтә ҡалмау, берҙәм әүҙемлек һәр ваҡыт һөҙөмтә бирә тигән аҡылды алға ҡуялар бында.
Быйылғы йыл да ҙур ҡаҙаныш менән иҫтәлеклекле. Маҡар мәктәбе “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты грантына лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашыу өсөн математика, информатика һәм технология дәрестәрен тәрән өйрәнеү һәм ошо предметтар буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү төп шарт булып торҙо.
Алты миллион һумлыҡ грант ике йылға иҫәпләнгән. Йәғни проект буйынса ҡаралған сараларҙы ошо ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу бурысы тора. Аҡса мәктәп өсөн кәрәкле заманса ҡорамалдар, йыһаздар алыуға, уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ ошо иҫәптән районыбыҙҙың ауыл мәктәптәрендә теүәл фәндәрҙән белем биреүсе уҡытыусылар өсөн курстар ойоштороласаҡ, өлкән класс уҡыусылары БДУның Стәрлетамаҡ филиалында һанлы ҡоролмаларҙа эшләргә өйрәнәсәк. Гөлнара Рим ҡыҙы билдәләүенсә, Маҡар мәктәбе гранттың файҙаһын күрә башлаған да инде. Яңыраҡ уҡыу йортона 20 ноутбук, ҡеүәтле бер стационар компьютер ҡайтарылған. Ошо көндәрҙә физика һәм химия кабинеттарына ике һанлы лаборатория килтерәләр, ә технология кабинетында 3Д принтер буласаҡ! Бынан тыш информатика, математика, химия һәм башланғыс кластар кабинеттарына ремонт эшләү ҙә планлаштырылған. Грант сиктәрендә уҡыусыларға Өфө һәм Мәскәү ҡалаларына белем арттырыу экскурсияһы ла ҡаралған. Ауыл мәктәбе алдында шундай мөмкинлектәр асылыуы, әлбиттә, бик һөйөнөслө.
Заманса ҡорамалдар менән оҫта эш итә белгән йәш белгестәрҙең дә булыуы мөһим. Был йәһәттән дә коллектив йәш белгестәре менән ғорурлана ала. Уларҙың береһе, ҡасандыр үҙе лә ошо мәктәпте тамамлаған егет, хәҙер математика һәм информатика уҡытыусыһы Илһам Мөхәмәҙиев менән таныштыҡ.
- Яңы алынған ноутбуктарҙың бер өлөшө өлкән кластарға, икенсе өлөшө башланғыс кластарға бүленде. Һанлы технологиялар үҫешкән заманда балаларҙың ошо йүнәлештә төплө белем алыу мөмкинлеге булырға тейеш. Заманса копьютерҙар, әлбиттә, быға юл аса. Хәҙер өлкән кластарҙа профессиональ яҡҡа баҫым яһарға мөмкин. Уҡыусылар яңы һөнәри программаларҙы үҙләштерә аласаҡ. Киләсәктә техник вузға барырға теләүсе йәштәр өсөн был етди әҙерлек, - тине ул.
Әйткәндәй, ошо бер нисә йылда Маҡар мәктәбен тамамлаған 25 егет һәм ҡыҙ әлеге мәлдә юғары уҡыу йорттарында белем ала. Уларҙың күптәре ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДАУ, БДМУ-ны һайлаған.
Уңыш уҡытыусыларҙың, уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең берҙәм тырышлығы менән бөртөкләп йыйыла. Уларҙың һәр ҡайһыһында хеҙмәт, эҙләнеүҙәр ята. Уҡыу менән бер рәттән төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ярыштарҙа яулаған ҡаҙаныштар ҙа байтаҡ.
- Үткән уҡыу йылында дүрт уҡыусыбыҙ Мәскәү ҡалаһында Д.И.Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында химия, физика, биология йүнәлеше буйынса маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, - тип уртаҡлашты директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Гөлшат Баймөхәмәтова.
Спорт буйынса ла уңыштар бар икән. Баскетбол, волейбол, саңғы һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса район-ҡала кимәлендәге ярыштарҙа һөҙөмтәләр яҡшы. 2019 йылдың октябрендә Өфөлә уҙғарылған “Физик культура һәм спорттың теорияла һәм практикала көнүҙәк мәсьләләре” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында Илмира Үмәрбаева 1-се урын яулаһа, Гүзәл Атауллина 3-сө урынға лайыҡ булған. Быйыл Ҡотлоғәлләмовтар ғаиләһенең Өфөлә “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020” республика ярыштарында ҡатнашыуы ла өлгөлө күренеш. Быға тиклем улар муниципаль этапта еңеүгә өлгәшкән.
Маҡар мәктәбен, уның ҡанаты аҫтындағы күркәм балалар баҡсаһын күреп, бында балаларға төрлө яҡлап үҫер өсөн шарттар булыуына һөйөнөп ҡайттыҡ. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены һәм Башҡортостан Республикаһындағы фиҙәкәр хеҙмәте миҙалдары кавалеры Мәрйәм Ғазизрахман ҡыҙы Солтанова етәкселегендә Балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы эшләп килеүе лә уҡыусыларҙың һәләттәрен асыуға, үҫтереүгә ҙур мөмкинлек. Йәш техниктар станцияһынан, Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайынан түңәрәктәр ҙә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡан. Был ҡаҙаныштарҙың башланғысында торған һәм ҙур коллективты 2004 йылдан етәкләп килгән Гөлнара Хисмәтуллинаның тырышлығын билдәләмәү мөмкин түгел.
- Оҫта етәксе лә, тынғыһыҙ уҡытыусы ла ул. Директорыбыҙ уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар менән уртаҡ тел таба, эште һөҙөмтәле ойоштора белә, -тинеләр уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Был тормошта үҙ тәғәйенләнешен, үҙ юлын тапҡандар ғына эшенән ҡәнәғәтлек кисерәлер. Гөлнара Рим ҡыҙы ла һөнәрен яратып һайлай. Нәҫелдәрендә күбеһе медицина, техник йүнәлештәге белгестәр булһа ла, уның күңеле уҡытыусылыҡҡа тартылған.
- Тәүге уҡытыусым Гөлсәсәк Сәфиулла ҡыҙы үҙенең ипле, иғтибарлы булыуы, балаларҙы яратыуы менән күңелемде яуланы. Бала саҡта сәсемде уның кеүек итеп үреп, уның һымаҡ һөйләшергә тырышып, уҡытыусы булып уйнай инем. Класс етәксем Ләлә Ғәни ҡыҙы ла миңә ошо һөнәрҙе һайлауға этәргес бирҙе. Уҡытыусы булғаныма һис ҡасан үкенмәнем. Балаларға дәрес биреү мәле, улар менән аралашыу минең өсөн бик ҡәҙерле, - тине ул.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт-рус филологияһы факультетын тамамлағандан һуң ныҡлап уҡытыусылыҡ эшенә сума. Педагогик хеҙмәт стажы 36 йыл булһа, Маҡар мәктәбендә эшләүенә 30 йылға яҡын ваҡыт үткән. Яуаплы вазифаны тартыу ҡатынҡыҙға еңелдән түгелдер, тигән һорауымды ла бирмәй булдыра алманым.
- Коллективыбыҙ һәйбәт, ата-әсәләр хеҙмәттәшлеккә әҙер, үҙемдең ғаиләм дә эшемдә ҙур терәк. Шуға ла эшләүе ауыр тип зарланырға урын юҡ. Мәктәбебеҙҙең
таянысы, бағыусыһы Радик Ирек улы Солтановҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Уның ярҙамы менән мәктәпкә капиталь ремонт эшләнде, физкультура дәрестәренә балалар саңғылы булды. Ғөмүмән, ауылдашыбыҙҙың ярҙамын һәр башланғыста тоябыҙ, -тине Гөлнара Рим ҡыҙы. Мәктәп гөрләй икән, ауыл да йәшәй, тибеҙ. Ошо тиклем матур шарттар тыуҙырылған белем усағында яҡын киләсәктә балалар һаны тағы ла күбәйер тигән ышаныс бар.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исемен лайыҡлы йөрөткән Гөлнара Хисмәтуллинаны тағы һөнәри ҡаҙанышы менән ҡотларға була. Шаршамбы
көн уға район уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә тантаналы шарттарҙа “Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре” билдәһе тапшырылды. Был уға тағы ла дәртләнеберәк эшләргә көсҡеүәт өҫтәр.
- Ә шулай ҙа эшеңә иң ҙур баһа – ата-әсәләр һәм уҡыусылар рәхмәте, ихтирамы. Мәктәп тарихын бөгөнгө хеҙмәтебеҙ менән яҙабыҙ. Ҡәҙерен белеп эшләргә лә эшләргә, - тигән һүҙҙәр ишеттек Маҡар уҡытыусыларынан.
Киләсәктә лә шулай бер бөтөн булып эшләргә, яңынаняңы уңыштар яуларға яҙһын.
Фото: автор
Читайте нас: