Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2020, 13:25

Уҡыусылар мәктәпкә барыуҙы көтә

Ҡолғона дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалдары - Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет, Ҡалыу Айыры ауылдарының башланғыс мәктәптәре быйыл йәй эсендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе.

Ҡолғона дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалдары - Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет, Ҡалыу Айыры ауылдарының башланғыс мәктәптәре быйыл йәй эсендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе.
Иҫке Һәйет мәктәбендә төп бинаға 104 квадрат майҙанда кирбестән төкәтмә төҙөлгән. Яңы уҡыу йылына ул балаларҙы ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ, әле ваҡ эштәр ҡалған. Бинаны киңәйтеү өҫтәмә рәүештә бер уҡыу класы, туҡланыу залы, аҙыҡ блогы, йылы бәҙрәф булдырырға мөмкинлек биргән. Хәҙер башланғыс класс уҡыусыларын йылы аш менән тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар бар.
- Был төкәтмәне төҙөү - уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм балалар өсөн көтөп алынған ваҡиға. Мәктәптә уҡыусылар һаны арта, был бик һөйөнөслө. Быйыл 18 уҡыусы белем аласаҡ, - тип Ҡолғона дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Заһиҙә Мусина ауылдаштарының шатлығы менән уртаҡлашты.
Иҫке һәйет уҡыусылары өсөн тағы бер ҡыуаныслы хәбәр бар – ошо көндәрҙә мәктәп интернет менән тоташтырыласаҡ, әле һуңғы эштәр бара. Тимәк уҡыу процесында уҡытыусылар, балалар заманса технологиялар менән ҡуллана аласаҡ. Шулай уҡ Яңы Һәйет һәм Ҡалыу Айыры башланғыс мәктәптәре уҡыусылары ла йылы аш менән тәьмин ителәсәк. Ошо маҡсатта Яңы Һәйеттә ашхана бүлмәһенә капиталь ремонт үткән. Ҡалыу-Айырыла ла шарттар яҡшырған. Әйткәндәй, өс ауыл мәктәбененә лә һыу үткәрелгән, ашханалар тейешле ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителгән. Быйыл Яңы һәйет мәктәбенә ете уҡыусы, Ҡалыуға дүрт уҡыусы килһә, киләһе йылдарҙа уларҙың һаны артырына өмөт бар. Район үҙәгенән алыҫ ятҡан бәләкәй ауылдарҙа балаларға заманса шарттар тыуҙырылыуы сифатлы белем алыуға ғына түгел, йәштәрҙең ауылдарҙа төпләнеүенә лә булышлыҡ итә. Юҡҡа ғынамы ни, мәктәп гөрләһә, ауыл да йәшәй, тиҙәр.
Әйткәндәй, Ҡолғона ауыл хакимиәте башлығы Моғаттар Мостафин тағы бер яңылыҡ менән бүлеште – ошо көндәрҙә Яңы Һәйеттә клуб, ФАП, мәктәпте берләштергән күп функциялы үҙәк төҙөлә башлаясаҡ.
Читайте нас: