Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2020, 00:37

Уңыштар һиңә, Илнара!

Һәр мәктәптең үҙ алдынғылары була. Тап улар менән уҡыу йорто ысын мәғәнәһендә ғорурлана, уларҙы, уҡып сығып киткәс тә онотмай.

Һәр мәктәптең үҙ алдынғылары була. Тап улар менән уҡыу йорто ысын мәғәнәһендә ғорурлана, уларҙы, уҡып сығып киткәс тә онотмай.
Беҙҙең 16-сы мәктәптә лә ана шундай уҡыусы, тырыш йондоҙсоғобоҙ бар. Илнара Аҙнабаева быйыл 11-се класты тамамлай. Бик тә уңған, изге күңелле, намыҫлы ҡыҙыҡай ул. Ниндәй генә эш булмаһын, еренә еткереп башҡара. Беҙ, уҡытыусылар, уға ҡарап ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ. Сөнки тап уҡыусың уңыштарында һинең хеҙмәт емешең күренә. Ғаиләһендәге мөхит ҡыҙға бәләкәйҙән һәләттәрен асырға ярҙам итте. Ҡала һәм район, республика күләмендә үткәрелгән предмет олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, һәр ваҡыт еңеүҙәр яулай. Ҡала кимәлендә еңеүсе, республикала призер исемен алды, “Башҡортостан ынйылары”, “Сәскә ат, республикам!”, “Мостай уҡыуҙары” һәм тағы бик күп конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, онотолмаҫ тәьҫораттар, ҙур тәжрибә тупланы. Туған телен, мәҙәниәтен яҡшы белеүе, башҡорт яҙыусыларының ижады менән ҡыҙыҡһыныуы уны йылдан-йыл үҫтерә килде. Һәләтле уҡыусыбыҙ мәктәп һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа алып барыусы, конкурстарҙа еңеүсе, оҫта һөйләүсе булып танылды. Уның шундай күп яҡлы булыуы уҡыуына һис ҡамасауламай, киреһенсә, хәҙерге заман йәш кешеһе шулай булырға тейештер ҙә.
Илнара өйҙә ата-әсәһенә лә оло ярҙамсы. Буш ваҡыттыранда сәйлән менән сигеү - яратҡан шөғөлө. Бер туған ҡустыһы Илнар менән бик дуҫ, бер-береһенә терәк. Илнар ҙа апаһы һымаҡ бик тырыш, үткән йыл тик “5”-ле билдәләренә генә 9-сы класты тамамлап, техникумда уҡып йөрөй. Шундай алдынғы ҡарашлы балалар тәрбиәләп, уларҙы ғәҙел, намыҫлы итеп үҫтергән ата-әсәһенә ҙур рәхмәт! Ә Илнараға киләсәктә аҡ юлдар, сығарылыш имтихандарын юғары баһаларға биреп, үҙе теләгән уҡыу йортона инеүен теләйем. Хыялдары тормошҡа ашыр, сөнки ул үҙ юлын таба ала торған ҡыҙ. Ошондай йәштәр күберәк булһа ине!
Фото: Илнара Аҙнабаева архивынан.
Читайте нас: