Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2020, 01:44

Рәхмәт, уҡытыусым!

Кемдәрҙе генә хисләндермәй, тулҡынландырмай икән был йыр! Ғүмеребеҙ йылдары хас та поезд һымаҡ яңы осрашыуҙарға, яңы асыштарға талпынып елә. Бары тик ваҡыт үтеү менән иң сағыу, иң йылы иҫтәлектәрҙең бала саҡта ҡалғанын аңлайһың: уҡырға төшкән мәл, тәүге уҡытыусың, тәүге дуҫтар, тәүге асыштар...

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм,
Тәү башлап мәктәп ишеген,
Үрелеп асҡан көнөм...
Кемдәрҙе генә хисләндермәй, тулҡынландырмай икән был йыр! Ғүмеребеҙ йылдары хас та поезд һымаҡ яңы осрашыуҙарға, яңы асыштарға талпынып елә. Бары тик ваҡыт үтеү менән иң сағыу, иң йылы иҫтәлектәрҙең бала саҡта ҡалғанын аңлайһың: уҡырға төшкән мәл, тәүге уҡытыусың, тәүге дуҫтар, тәүге асыштар...
Кисә генә балаларыбыҙҙы беренсе класҡа етәкләп алып барған кеүек инек. Күҙ асып йомғансы дүрт йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлаған бәләкәстәребеҙҙе яғымлы, изгелекле һәм ихлас күңелле Минзилә Хәйҙәр ҡыҙы Өмөтбаева үҙ ҡанаты аҫтына алды. Балаларыбыҙға мөғжизәле белем донъяһын асыусы, уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүсе ул булды!
Икенсе класта уҡығанда класс етәкселеген Ләйсән Наил ҡыҙы Ҡотлоәхмәтова үҙ ҡулына алды. Йәш, перспективалы уҡытыусыны балаларҙың хаҡлы ялға киткән уҡытыусылары Минзилә Хәйҙәр ҡыҙына өйрәнгән булыуы ла ҡурҡытманы. Ул яйлап ҡына һәр уҡыусының күңеленә юл таба алды. Йылдан -йыл ҡатмарлаша барған уҡыу материалын балаларға еңел һәм аңлайышлы итеп еткерә барҙы. Уның ҡыҙыҡһыныусан холҡо балаларға ла бирелде – зирәк, отҡор булып үҫеп киләләр, яңы фәндәр өйрәнергә, яңы үрҙәр яуларға әҙерҙәр.
Уҡыусылар шулай уҡ Гүзәл Альфред ҡыҙы Насретдинованың - инглиз теле, Минегөл Марат ҡыҙы Ханнанованың – донъя мәҙәниәттәре, дин нигеҙҙәре, Ринат Фаил улы Ҡоҙашевтың - физкультура, Светлана Фәһим ҡыҙы Мифтахованың музыка дәрестәрен бик яратып, ҙур ҡәнәғәтлек менән уҡыны. Ләйсән Наил ҡыҙы беҙҙең балалар өсөн ихтирамлы уҡытыусы ғына түгел, дуҫ та була белде: йылы ҡарашы, изге кәңәштәре менән ул кескәй йөрәктәрҙе яуланы. Уҡытыусыбыҙ балаларға ғына түгел, беҙгә - ата-әсәләргә лә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булды. Әлеге пандемия арҡаһында дистанцион уҡыуға күсеү менән бәйле ҡатмарлыҡтар ҙа класс етәксебеҙ ярҙамында тиҙ хәл ителде.
Хөрмәтле Ләйсән Наил ҡыҙы, һеҙҙә беҙ балаларыбыҙҙың тоғро остазын, һоҡланғыс кешене һәм өлгөлө уҡытыусыны күрҙек! Йылдар үткәс тә һеҙ уларға бик яҡын кеше булып ҡаласаҡһығыҙ!
Балаларыбыҙҙы бер ҡасан да икеләнеү, ҡурҡыу алдында яңғыҙҙарын ҡалдырмаған, күңелдәрен изге өмөттәр, яҡты хыялдар менән ҡанатландыра белгән өсөн бөтә ата-әсәләр исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусылар! Ошо дүрт йыл эсендә балаларыбыҙҙы белемле, тәрбиәле итеүгә һалған тырышлыҡтарығыҙ үҙегеҙгә изгелектәр булып ҡайтһын! Һәр
берегеҙгә именлек, уңыш юлдаш булһын, күңелегеҙ балалар өсөн гел шулай яҡты, йөрәгегеҙ ихлас булып ҡалһын!

Читайте нас: