Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2020, 12:37

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Алты бала үҫтергән Айгөл һәм Абдулла Сынбулатовтар бөгөн улы йәки ҡыҙы мәктәп тамамлаған һәр бер ата-әсә кеүек тулҡынлана, борсола, өмөтләнә. Ғаиләлә биш мәктәп уҡыусыһы - өлкәндәре Әхмәт артынан һәр береһе өсөн үҙ ваҡытында Һуңғы ҡыңғырау сыңлар.

Алты бала үҫтергән Айгөл һәм Абдулла Сынбулатовтар бөгөн улы йәки ҡыҙы мәктәп тамамлаған һәр бер ата-әсә кеүек тулҡынлана, борсола, өмөтләнә. Ғаиләлә биш мәктәп уҡыусыһы - өлкәндәре Әхмәт артынан һәр береһе өсөн үҙ ваҡытында Һуңғы ҡыңғырау сыңлар.
- Тик бындай шарттарҙа байрам ҡаршылау ошоноң менән онотолһон ине, кешелек сир менән һынауҙар күрмәһен, - тип күңелендәге менән уртаҡлашты Айгөл Рауил ҡыҙы. Тотош ғаилә менән дистанциялы уҡырға мәжбүр булған әсәнең теләге һәр кемгә аңлашыла. Күпме күҙ нуры түгелгән, бергә дәрестәр уҡылған ошо ҡатмарлы осорҙа. Ә бөгөн ғаиләлә ысындан да байрам! Өс йәшлек Әҙилә ағаһына “Сығарылыш уҡыусыһы” тигән таҫманы тағырға ярҙамлаша, Ибраһим, Мәҙинә, Сафия, Шамил хатта көнләшеп ҡарай – уларға бит әле уҡырға ла уҡырға!
- Мин дә Әхмәт белем алған Ә. Вәлиди исемендәге гимназияны, беҙҙең ваҡыттағы 3-сө мәктәпинтернатты тамамланым. Билдәле кешеләр булып киткән Баязит Ғәлимов, Рим Йәнғужин менән бер класта уҡыныҡ, 61 йыл ғүмер ҙә үткән...Барыһы ла һәйбәт буласаҡ, ата-әсәләр, уҡытыусылары күпме күңел йылыһы һалды. Балаларға тырышлыҡ, аҡ юл теләп, оло тормошҡа фатихалар бирәйек, - ти Әхмәттең өләсәһе Райхана Кәлимулла ҡыҙы. Дини тәрбиәгә нигеҙләнгән ишле ғаиләлә барыһы ла үҙ урынында, бәхет серен дә, тормош ағышын да күптәрҙән яҡшыраҡ беләләр, тоялар кеүек. Әхмәт тә ата-әсәһенә ауырлыҡ һалмай юғары уҡыу йортона инергә маҡсатланған. Гимназияла уҡыу осоронда “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бер сағыу йондоҙона әүрелгән һәләтле егет артабан да сәхнәне онотмаҫ. Кесе туғандарына өлгө, таяныс булырға тейешлеген аңлап тора.
Яҡындары әйткәне килһен, аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Фото: автор
Читайте нас: