Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Апрель 2020, 14:05

БЕЛЕМЕН ИЗГЕ ЭШКӘ ҠУШҠАН

COVID-2019 пандемияһының беренсе көндәренән алып табиптар өсөн визорҙар етештереү менән шөғөлләнгән рәссам, дизайнер, башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсеИлдар Ғатауллин өлгөһө күп йәштәр өсөн тәьҫирле булды.

COVID-2019 пандемияһының беренсе көндәренән алып табиптар өсөн визорҙар етештереү менән шөғөлләнгән рәссам, дизайнер, башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе Илдар Ғатауллин өлгөһө күп йәштәр өсөн тәьҫирле булды.
10-сы класс уҡыусыһы Никита Хәлитов ҡалабыҙҙың балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында “Инфознайка” түңәрәгендә шөғөлләнә. Түңәрәк етәксеһе, өҫтәмә белем биреү педагогы Венера Рәхимова әйтеүенсә, кеше бәләһенә битараф ҡала алмаған башлы ла, дәртле лә егет ул. Никита медицина хеҙмәткәрҙәренең әлеге көсөргәнешле эшенә ярҙам итеп булыу хаҡында мәғлүмәткә интернет селтәрендә юлыға. “Мейкеры против COVID-2019” хәрәкәте медицина хеҙмәткәрҙәре эшен хәүефһеҙерәк итеүсе визорҙар эшләү өсөн ирекмәнлек эшенә әйҙәй. Материалдар менән хәрәкәт үҙе тәьмин итә, тик ирекмән табиптарға бушлай тапшырған визорҙар һәм битлектәр өсөн холдерҙар буйынса фотоотчет ебәрергә тейеш була. Йәш һөнәрмән күп уйлап тормай, уҡытыусыһы менән кәңәшләшеп, был деталдәрҙе етештереү өсөн 3D принтерын эшкә ҡуша. Ижад һарайындағы принтерҙы ла изге башланғыс өсөн тотонорға ҡарар итәләр. Был мейкерҙар ярҙамында йыйылған визорҙар битте тулыһынса үтә күренмәле пластик менән ҡаплай, күҙҙе, танауҙы, ауыҙҙы һаҡлай. Принтер мөмкинлектәрен яҡшы белгән егет медицина битлектәре ҡыҫымын кәметеү өсөн холдерҙар ҙа баҫтыра. Тәүге партия ҡорамалдар - 350 визор үҙебеҙҙең Ишембай дауаханаларына тапшырылған да инде.
“Мин дә, һин дә янмаһаң, кем ҡараңғылыҡты ҡыуыр?” тигән әйтем бар халыҡта. Йәштәрҙең быны аңлауы ысындан да һоҡланыу уята.
Читайте нас: