Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель 2020, 02:32

Бергәләп тырышабыҙ

Үрге Әрмет ауылынан Әбсәләмовтарҙың бөгөн өс балаһы ла дистанцион рәүештә уҡый. Өлкәндәре Радмир – студент, Стәрлетамаҡта эретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, Данил 9-сыла, ә Динар 5-се класта. Интернет селтәрендә дистанцион белем биреүгә ҡағылышлы төрлө һүҙҙәр йөрөгәндә көн дә был процесҡа йәлеп ителгәндәрҙең - ата-әсәләрҙең, балаларҙың фекере ҡиммәт.

Үрге Әрмет ауылынан Әбсәләмовтарҙың бөгөн өс балаһы ла дистанцион рәүештә уҡый. Өлкәндәре Радмир – студент, Стәрлетамаҡта эретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, Данил 9-сыла, ә Динар 5-се класта. Интернет селтәрендә дистанцион белем биреүгә ҡағылышлы төрлө һүҙҙәр йөрөгәндә көн дә был процесҡа йәлеп ителгәндәрҙең - ата-әсәләрҙең, балаларҙың фекере ҡиммәт.
- Уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт, уларға бар класташтарым исеменән түҙемлек теләйем. Дәрестәргә телефон аша инәбеҙ, өйгә эштәрҙе ваҡытында ебәреп барырға тырышабыҙ. Тәүҙәрәк ҡыйыныраҡ кеүек ине, хәҙер өйрәндерелде. Уҡытыусыларға бигерәк тә эш күп, уларға беҙгә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ,- ти Данил. Бәйләнештә селтәре аша улар фотоларын да һалды. #УҡытыусымаРәхмәт флешмобына ҡушылып, ауыл ерендә нимә бар шунан тигәндәй, был ихлас яҙыуҙы йомортҡаларҙан теҙеп, икәүләп класс етәкселәре Гөлшат Рәүеф ҡыҙына һәм Фаягөл Абдрахман ҡыҙына ҡайнар сәләмдәрен еткергәндәр. Данилға урыҫ теле, башҡорт теле, тарих фәндәре оҡшаһа, ҡустыһы Динар математика, тарих һәм рус теле дәрестәрен көтөп ала. Шуныһы яҡшы, интернет менән ҡыйынлыҡ юҡ. Данил сығарылыш класс уҡыусыһы булғас, шәмбе көндәрендә лә онлайн рәүештә имтихандарға әҙерләнә.
- Шулай ҙа мәктәпкә йөрөп уҡыу һағындырҙы. Унда иптәштәрең менән аралашаһың, шаярып та алаһың. Уҡытыусылар менән күҙгәкүҙ ҡарап һөйләшкәс, дәрестәр ҙә яҡшыраҡ аңлашылған кеүек. Хатта таҡта алдына сыҡҡы килә башланы, - ти Динар. Егеттәрҙең әсәләре Раушания ла дистанцион уҡыуға үҙ фекерен белдерҙе.
- Әлбиттә, мәктәпкә уҡырға йөрөүҙәренә бер ни етмәй инде. Әле өйҙә мәж киләбеҙ. Данил менән Радмир тыныс ҡына шөғөлләнәләр, ә бына Динар менән бергә үҙемә лә уҡырға, онотолғандарҙы ҡабат иҫкә төшөрөргә тура килә. Тәүҙә дистанцион уҡыу нисек булыр икән тип аптырашҡайныҡ, һәр нәмәгә өйрәндерелә икән ул. Класс етәкселәре, уҡытыусылар бөтәһен дә аңлата, өйрәтә. Әлбиттә, өйҙә балаға эшлекле мөхит кәрәк, ялҡауланып, илке-һалҡыға бирелмәһендәр ине. Уныһы беҙҙән - ата-әсәләрҙән дә тора. Бергәләп тырышабыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: