Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2020, 14:04

МАҠАР МӘКТӘБЕ ГРАНТ ОТТО!

Маҡар урта мәктәбе “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты грантына лайыҡ булды. Рәсәй мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы ҡарары буйынса, 125 еңеүсе мәктәп араһында Башҡортостандан Маҡар мәктәбе проекты ғына үтте.

Маҡар урта мәктәбе “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты грантына лайыҡ булды. Рәсәй мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы ҡарары буйынса, 125 еңеүсе мәктәп араһында Башҡортостандан Маҡар мәктәбе проекты ғына үтте.
Конкурста ҡатнашыу өсөн математика, информатика һәм технология дәрестәрен тәрән өйрәнеү һәм ошо дисциплиналарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре төп шарт булған. 6 миллион һумлыҡ грант ике йылға иҫәпләнгән, йәғни проект буйынса ҡаралған сараларҙы ошо ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу бурысы тора. Аҡса мәктәп өсөн кәрәкле заманса ҡорамалдар, йыһаздар алыуға һәм уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә йүнәлтеләсәк.
Был проект уҡыусыларға предмет олимпиадаларында, ғилми конференцияһында информация технологиялары өлкәһендәге ярыш-тарҙа ҡатнашыу өсөн өҫтәмә стимул буласаҡ. Иң яҡшы уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың (райондың ауыл мәк-тәптәренән 30 кеше) – конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм еңгәндәрҙең Мәскәү ҡалаһына белем биреүсе экскурсияға барыуы планлаштырыла. Ул 2021 һәм 2022 йылдарҙың ҡышҡы һәм 2021 йылдың йәйге каникулдары осоронда үткәреләсәк. Проекттың тағы бер мөһим этабы – һанлы технологиялар өлкәһендә талантлы балаларға ярҙам итеү өсөн остаздар һәм уҡытыусылар командаһын булдырыу. Хәҙер Маҡар мәктәбе уҡыусыларының
Ворлдскиллс стандарттары буйынса юниорҙар чемпионаттарында һәм демонстрация имтихандарында ҡатнашыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Проект күмәк тырышлыҡ һөҙөмтәһе булыуы менән дә баһалы. Уны әҙерләүгә район хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар буйынса эштәргә идара итеүсе бүлек, мәғариф идаралығы тарафынан да күп көс һалына.
Фото: Маҡар мәктәбе архивынан
Читайте нас: