Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Март 2020, 11:02

Йәш уҡытыусыбыҙ өсөн һөйөндөк

Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында лайыҡлы ҡатнашып, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” номинацияһында еңеү менән ҡайтты.

Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында лайыҡлы ҡатнашып, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” номинацияһында еңеү менән ҡайтты.
Лилиә Динарит ҡыҙының уңышы тураһында ишетеп, беҙ ҙә шатлығын уртаҡлашырға ашыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, тәүҙә ул “Йылдың йәш уҡытыусыһы” муниципаль конкурсында ҡатнашып, 1-се урын яулағайны. Район һәм ҡала кимәлендәге һынау уға үҙенең һөнәрендәге уңыштарын күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлеге бирә.
Алда уны тағы ла етдиерәк, сәмлерәк ярыш көтә. Ошо көндәрҙә Өфөлә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған 40-ҡа яҡын иң көслө йәш уҡытыусылар менән бергә Лилиә Фәйзуллина ла һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. Дәрес биреү, дәрестән тыш сара уҙғарыу, мастер-класс, белем биреү проекты, асыҡ лекция, министр менән әңгәмә кеүек һынауҙар алдында йәш уҡытыусы был юлы ла юғалып ҡалмай.
- Көслө ижади командам - директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Гөлсөм Мәмбәтҡолова етәкселегендә Башҡорт кадет корпусы уҡытыусылары эргәмдә булыуы һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә көс бирҙе, һәр береһе ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Ошо уңыштарым өсөн, әлбиттә, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен, - ти Лилиә Динарит ҡыҙы. - Конкурстан ҙур тәжрибә алып, яңы маҡсаттар менән ҡайттым. Республикабыҙҙың иң яҡшы уҡытыусылары, үҙ эшенең оҫталары менән таныштым. Конкурс ваҡытында барыбыҙ ҙа уртаҡ маҡсатлы, үҙ һөнәренә ғашиҡ булған ҙур бер ғаиләгә әүерелдек. Һөнәреңдә үҫеү өсөн был бик кәрәк сара. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы үҙеңде дөрөҫ баһаларға, хеҙмәттәштәреңдең һөнәри оҫталығын күрергә, хеҙмәт тәжрибәңде байытырға һәм иң яҡшы алымдарҙы педагогик эшмәкәрлегеңдә ҡулланыуға юл аса.
2017 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Лилиә Фәйзуллинаның мәктәптә эшләүенә әле өс йыл тирәһе генә. Шуға ҡарамаҫтан, һөнәрен яратып һайлауы, уҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләүе, камиллыҡҡа ынтылыуы уға республика кимәлендәге һөнәри конкурста уңышҡа өлгәшеүгә юл аса. Хеҙмәт юлы сағыу уңыштар менән башланған уҡытыусының киләсәк ҡаҙаныштары тағы ла тосораҡ булырына ышанабыҙ.
Фото: Лилиә Фәйзуллина архивынан.
Читайте нас: