Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Март 2020, 12:51

Теш кабинетынан – йылмайып!

Хәҙер 16-сы мәктәп уҡыусылары теш дауалауға ихлас һәм ауыртыуҙан ҡурҡмай йөрөйәсәк – мәктәптә заманса ҡорамалландырылған стоматология кабинеты асылды.

Хәҙер 16-сы мәктәп уҡыусылары теш дауалауға ихлас һәм ауыртыуҙан ҡурҡмай йөрөйәсәк – мәктәптә заманса ҡорамалландырылған стоматология кабинеты асылды.
“Сәләмәт йылмайыу” модулен индереү эше Башҡортостан Башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» республика мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды. Уға ярашлы, 800-ҙән ашыу бала белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыу күҙ уңында тотола. Уҡыусылар аҙыраҡ булған мәктәптәр өсөн поликлиникаларҙа теш табиптарында ҡаралыу планлы ойошторолоп килә.
Уҙған аҙнала 16-сы мәктәп коллективы, балалар һәм ата-әсәләр бергәләп кисергән ҙур шатлыҡ булды был ваҡиға. Хәҙер һәр уҡыусы тештәргә профилактик тикшереүҙе ваҡытында үтеп, ваҡытында дауалай аласаҡ. Кабинетты тантаналы асыу мәлендә оҫта теш табибы ҡулынан үтеп өлгөргән башланғыс класс уҡыусылары ла бар ине. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов уларҙың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды. Ата-әсәләр иһә стоматология кабинетынан бәләкәстәре илап
түгел, йылмайып сығыуын баһаланы.
- Әлбиттә, бала менән ихлас, ышаныслы мөнәсәбәт ҡороу мөһим. Үҙеңдең мәктәбеңдә стеналар ҙа ярҙам итә тигәндәй, уҡыған ереңдә дауалана алыу психологик яҡтан да еңелерәк. Ҡул аҫтында бөтә кәрәкле заманса ҡорамалдар булыуы, эште туҡтатмай кабинетты, инструменттарҙы зарарһыҙландырыу мөмкинлеге ҙур әһәмиәткә эйә, - тип уртаҡлашты теш табибы Светлана Белова. Бында шулай уҡ, стоматология поликлиникаһындағы эшенән тыш, юғары категориялы медсестра Татьяна Фәтихова ла тырыша. Балалар теш дауалауҙы ауыртыныу менән бәйләмәһен өсөн улар бөтә оҫталығын, күңел йылыһын һала.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республикала 61 мәктәптә стоматология кабинетын асыу планлаштырыла. Башҡортостан – мәктәп
стоматологияһын үҫтереү буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
Фото: автор.
Читайте нас: