Кисә Петровский мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе: тәүге йылдың тормошҡа ашырылыу һөҙөмтәләре” тип исемләнгән муниципаль форум үтте.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, уҡыу йылы башында төп һәм өҫтәмә уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре эшен башланы. Үҙәктең бурысы - “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” предметтары буйынса төп дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусыларҙы йөҙ процентҡа еткереү, шулай уҡ балаларға һанлы, тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар йүнәлештәр буйынса дәрестән тыш өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырыу.
Сығыш яһаусылар был өлкәлә үҙҙәренең эше менән таныштырҙы. Төп өлөштән һуң уҡытыусылар мастер кластарҙа ҡатнашты. Яңы Әптек мәктәбенең хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Заһир Үмәрғәлин әйтеүенсә, “Үҫеш нөктәһе’ программаһына ярашлы, “Технология”, “Информатика”, “Физик культура һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙҙәре” предметтары буйынса күп кенә ҡорамалдар алынған. Балаларға был дәрестәр айырыуса оҡшай. Киләсәктә программаға башҡа ауыл мәктәптәре лә ҡушыласаҡ.