Ошо көндәрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайында «Йыл уҡытыусыһы-2020» конкурсының муниципаль этабында еңеүселәрҙе бүләкләү уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, педагогтарҙың һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡала һәм район мәктәптәренән 33 уҡытыусының ҡатнашыуға дәрт итеүе муниципаль район мәғарифының һөҙөмтәле эшен күрһәтә, республика кимәлендә ҙур ҡаҙаныштар яулауға ышанысты ла арттыра.
- Бөгөн үҙ белемегеҙ һәм хеҙмәтегеҙ менән һөнәри оҫталыҡҡа эйә булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ. Иң яҡшы уҡытыусы тигән исемде ғәҙел яҡлап сыҡтығыҙ. Ҡырҡ йыл ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлаған әсәйемдең мәктәп алдында яуаплылығын күреп үҫкәнгә лә һәр уҡытыусының тырышлығын юғары баһалайым, хеҙмәтен тәрән хөрмәт итәм, - тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова.
Төрлө йылдарҙа район мәғарифын үҫтереүгә намыҫлы хеҙмәт иткән һәм әлеге көндә хаҡлы ялда булған бер төркөм ветеран уҡытыусылар «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Район мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев призлы урындар яулаған төрлө предмет уҡытыусыларына иң ихлас теләктәрен еткереп, диплом менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Конкурс баһаламаһы ағзалары тарафынан «Йылдың йәш уҡытыусыһы - 2020» конкурсында еңеүсе тип Лилиә Фәйзуллина танылды – ул Башҡорт кадет корпусында рус
теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында 5-се мәктәптән Галина Алексина лайыҡлы рәүештә беренселекте алды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында еңеү иһә һөнәрендә ҙур тәжрибә туплаған 16-сы мәктәп уҡытыусыһы Хөснә Хисаметдиновала.
- Был сарала тәүгә ҡатнашыуым. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, оҫталыҡты, белемде арттырыу өсөн әһәмиәтле икәнлеген яҡшы аңлайым. Ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашырға мөмкинлек булғанда, коллегаларым да баҙап ҡалмаһын ине. Уларға, үҙемдең тәжрибәмә таянып, ярҙам итергә әҙермен, - тине Хөснә Бейеш ҡыҙы ҡыуанысы менән бүлешеп.
«Йыл педагогы» конкурсында 29-сы «Ҡауҙы» балалар баҡсаһынан Юлия Прокопова иң яҡшы уҡытыусы-логопед тип билдәләнде. Ә «Йыл уҡытыусыһы - 2020» исеменә Ишембай махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы уҡытыусыһы Юлия Шибанкова лайыҡ булды. Еңеүселәр Ишембай уҡытыусылары данын республика конкурсында яҡлаясаҡ.