Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март 2020, 18:21

Илһөйәр тәрбиә

13-сө “Аҡ ҡайын” балалар баҡсаһында атай-олатайҙар ҡатнашлығында бик матур, илһөйәр сара үтте.

13-сө “Аҡ ҡайын” балалар баҡсаһында атай-олатайҙар ҡатнашлығында бик матур, илһөйәр сара үтте.
4-се төркөм балалары яҡындарының бергә төрлө эстафеталарҙа ярышыуына ихлас ҡыуанды, сәмләнеп ярышты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар шиғырҙар ҙа һөйләне, йырҙар ҙа йырланы. Сараны ойоштороусы балалар баҡсаһының физкультура инструкторы Ләйлә Ҡотлоева менән тәрбиәсе Эльвира Баймөхәмәтоваға йәш быуында сабый саҡтан Ватанға мөхәббәт, ил һаҡсыларына хөрмәт тәрбиәләүҙәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Атайәсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҡатнашлығында ошондай быуындар бәйләнеше булдырған, илһөйәр рух тәрбиәләгән саралар йышыраҡ уҙғарылһын ине.
Читайте нас: