Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2020, 12:32

БЕҘ ҘӘ ҠЫШТЫ ҠОЙМАҠ МЕНӘН ОҘАТТЫҠ, ти "Аҡ ҡайын"да тәрбиәләнеүселәр

Беҙҙең 13-сө "Аҡ ҡайын" балалар баҡсаһында ҙур сара - "Ҡышты оҙатыу - яҙҙы ҡаршылау" байрамы үтте.

Беҙҙең 13-сө "Аҡ ҡайын" балалар баҡсаһында ҙур сара - "Ҡышты оҙатыу - яҙҙы ҡаршылау" байрамы үтте.
Әкиәт геройҙары ҡатнашлығында уҙғарылған саранан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманылар. Балалар менән бергә төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнаштылар. Балалар арҡан тартышып, йырҙар йырлап, бейеп күңел асты. Ә ниндәй байрам бүләкһеҙ була инде? Берәү ҙә өлөшһөҙ ҡалманы. Байрам аҙағында балалар һәм килгән ҡунаҡтар тәмле ҡоймаҡтар менән һыйландылар. Балалар баҡсаһының физик культура буйынса тәрбиәсеһе Ләйлә Хәлил ҡыҙы Дәүләтова, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, байрамды еренә еткереп әҙерләп үткәрҙе. Был сара барыһында ла ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Фото: автор.
Читайте нас: