Тәрбиәселәрҙең илһамланып үҙҙәре менән таныштырыуҙары, йоҡоһоҙ төндән һуң да йылмайып, һыр бирмәй сығыш яһауҙары ғорурлыҡ тойғоһо уята. Портфолио әҙерләү, инновацион проектты ысын мәғәнәлә инновацион булырлыҡ итеп эшләү, тиҙ арала сифатлы һәм йөкмәткеле видеоролик төшөрөү күп көс һәм ваҡыт талап итә. Сығыш яһаусы гүзәл заттарҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Бәйге дауам итә, еңеүселәр киләһе аҙнала билдәле буласаҡ.