Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2020, 17:04

Белеп үҫергә тейешбеҙ

Ошо көндәрҙә Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында Александр Мәсәғүтовтың “В тыловом городе” исемле китабының исем туйы үтте.

Ошо көндәрҙә Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында Александр Мәсәғүтовтың “В тыловом городе” исемле китабының исем туйы үтте.
Автор Ишембай ҡалаһының аяҡҡа баҫыуын, шанлы һуғыш йылдарында кисергәнен, кешеләренең тыуған ил алдындағы бурысты үтәү өсөн бөтә көсөн түгеүен, яралы һалдаттарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүҙәрен тарихи яҙмалар аша күҙ алдына баҫтыра. Беҙгә күп нәмә белергә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәләкәй генә ҡала халҡының оло хеҙмәтен аңларға ярҙам иткән сара булды ул.
Һуғыш ваҡытында ҡалабыҙҙа ике госпиталь урынлаша - береһе бөгөнгө 1-се гимназия бинаһында булһа, икенсеһе - беҙҙең гимназияла. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған был осрашыуға хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Улар араһында госпиталдә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары, Ишембай ҡалаһының “Феникс” әҙәби ойошмаһы вәкилдәре булды. Александр ағай үҙенең китап өҫтөндәге эше, ниндәй сығанаҡтарға таяныуы, ҡыҫҡаса китабы тураһында һөйләне. Һуғыш осоро балалары – бөгөн олоғайышҡан инәйбабайҙар госпиталдә эшләгән яҡындары тураһында, уларҙан ишеткән иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Үҙебеҙ уҡыған гимназия тарихында Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән осор бит был! “Феникс” әҙәби ойошмаһынан килгән ҡунаҡтарҙың һуғыш тураһындағы шиғырҙары халҡыбыҙға ҙур һынау булып ятҡан йылдарҙы күҙ алдына баҫтырҙы.

Әйткәндәй
Республика райондарында һәм ҡалаларында «Беҙ — Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» темаһына ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсының төбәк этабы бара. Конкурс 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Положениеға ярашлы, урындарҙа еңеүселәрҙең ғилмитикшеренеү эштәре ойоштороу комитетына ебәрелергә тейеш. Ғинуар каникулдарын һәм конкурсты ойоштороусылар адресына килгән бик күп үтенестәрҙе иҫәпкә алып, ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 10 февралгә тиклем оҙайтылған, ә ғилми-тикшеренеү эштәрен 10 мартҡа тиклем тапшырырға кәрәк. Конкурсҡа йомғаҡ апрель уртаһында – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан яһала.
Читайте нас: